Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
12 Июль , 15:00

Аҡсаны мулла урлаған тип

оятҡа ҡалалар

Аҡсаны мулла урлаған тип
Аҡсаны мулла урлаған тип

Хикмәтле хикәйәт

Бер кеше ашҡа мулла саҡыра. Мулла киткәс, аҡсалары юғала. Ҡыҙы әйтә: “Мулла урланы, унан һуң юғалды аҡса бит”, - ти.

Муллаға барайыҡмы тип уйлайҙар. Ире: “Нисек муллаға аҡсаны урлағанһың тип әйтәһең инде”,- ти.

Бер йыл буйы шулай муллаға ҡырын ҡарап йәшәйҙәр.

Бер йыл уҙа, тағы мулланы саҡырырға кәрәк. Уфтанып булһа ла, мулланы саҡыралар. Мулла килә, ир менән ҡатынға ауыр, ҡыйынһынып торалар. Шунан һөйләшеп китәләр.

- Хәҙрәт, минең һиңә мөнәсәбәтем үҙгәргәнен белдеңме, ти ире.

Мулла әйтә:

- Эйе шул, мин һиҙҙем, һин ситләштең, ни булды? - тип һорай.

Ул кеше һөйләп бирә:

- Хәҙрәт, миңә әйтеүе лә ҡыйын, шулай ҙа, һин киткәс, аҡсабыҙ юғалды бит.

Мулла йылмайып ебәрә. “Мин килгәс, тәҙрәнән иҫкән елдән өҫтәлегеҙҙәге аҡса иҙәнгә төштө. Мин уны алдым да, Ҡөрьән эсенә тығып ҡуйҙым. Ҡөрьәнде асыу менән аҡса табылыр тип уйланым. Ә һеҙ бер йыл буйына уны асып та ҡарамағанһығыҙ. Әммә минең күңелем һеҙҙең мине ғәйепле тип уйлағанығыҙ өсөн түгел, ә йыл буйына Аллаһ Китабын асып та ҡарағанығыҙ булмағанға төштө. Әгәр һеҙ Ҡөрьәнде асҡан булһағыҙ, ул аҡсаларығыҙҙы тапҡан булыр инегеҙ”, – ти.

Автор:
Читайте нас: