Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
17 Июнь , 11:46

Йәштәр ҡолағына хәҙистәр

Дини ҡәрҙәшенең моң-зар бер-ҡайғыһын таратҡан кешене Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндәге бер ғазабынан имен итәр. Ауырлыҡҡа төшкән кешегә ярҙам иткән мосолман Аллаһы Тәғәлә был донъялағы һәм әхирәттәге хәлен еңеләйтер. Ҡәрҙәшенең йәшерен кәмселектәрен кешеләргә белдермәгән мосолман үҙ йәшерен кәмселек-хаталарын Аллаһы Тәғәлә был донъяла ла, Ҡиәмәт көнөндә лә башҡаларға күрһәтмәҫ.   (Мөслим)     * Дини белемгә ынтылу – һәр мосолмандың бурысы.   (Әл-Бәйхакый)

 

Мөхәммәт пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) әйтте:

 

  * Әгәр йәш кеше өлкәндәргә хөрмәт итһә, ул үҙе олоғайғас, Аллаһу Тәғәлә уға хөрмәт итә торған йәштәрҙе ебәрер.

 

(Әт-Тирмизи)

 

* Башҡаларға үҙеңә теләгәнде теләмәйсә тороп, бер кем дә ысын иманлы кеше булмаҫ.

(Бохари, Мөслим)

  * Ҡарҙәшенә ярҙам иткән кешегә Аллаһу Тәғәлә үҙе ярҙам итер.

(Әт-Тирмизи)

  * Кемгә бала бүләк ителһә, шул аң, күкркәм исем һәм яҡшы тәрбиә бирһен.

(Әл-Бейхәкәй)

 

  * Өс ҡыз бала үҫтереп уларға яҡшы тәрбиә биргән һәм уларға күркәм мөғәләмәлә булған кеше Йәннәткә керәсәк.

(Әбү Дауыт)

  * Аҡсаның иң хәйерлеһе – ғаиләңә тотонолғаны.

(Мөслим)

 

  * Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған кеше күршеһенә борсоу килтермәҫ, ҡунағына йомарт һәм еңел генә яҡшыны ғына һөйләр.

(Бохари, Мөслим)

    * Дини ҡәрҙәшенең моң-зар бер-ҡайғыһын таратҡан кешене Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндәге бер ғазабынан имен итәр. Ауырлыҡҡа төшкән кешегә ярҙам иткән мосолман Аллаһы Тәғәлә был донъялағы һәм әхирәттәге хәлен еңеләйтер. Ҡәрҙәшенең йәшерен кәмселектәрен кешеләргә белдермәгән мосолман үҙ йәшерен кәмселек-хаталарын Аллаһы Тәғәлә был донъяла ла, Ҡиәмәт көнөндә лә башҡаларға күрһәтмәҫ.

(Мөслим)

  * Дини белемгә ынтылу – һәр мосолмандың бурысы.

(Әл-Бәйхакый)

Ришат хәҙрәт Курамшин әҙерләне. .

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: