-1 °С
Болотло
- Ҡорбан ниндәй көндәрҙә салына һәм ҡорбанлыҡ мал ниндәй булырға тейеш?
– Байрамдың беренсе, икенсе, өсөнсө көнөндә салһаҡ, ҡорбан ҡорбандан китә. Ҡорбан салыу аҡылы булған, балиғ йәшенә еткән, тормошо етеш булған, мөмкинлеге булған кешегә ул үәджиб, әлхәмдүллиләһ. Үәджиб – ул фарыздан ҡала үтәлергә тейеш хеҙмәт. Мөмкинлегебеҙ бар икән, беҙ иң кәмендә һарыҡ салырға тейешбеҙ. Бер кешегә – бер һарыҡ йәки кәзә.
Ҡорбанлыҡ өсөн бөтөн ағзалары теүәл булған, сәләмәт, ҙур мөгөҙлө һимеҙ мал хәйерлерәк. Үтә ныҡ ябыҡ, йөрөй алмаҫ дәрәжәлә сатан, ҡолағының, мөгөҙөнөң йә ҡойроғоноң өстән бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан, бер күҙе һуҡыр үә ҡолаҡһыҙ, йә ҡойроҡһоҙ мал ҡорбанлыҡ өсөн ярамай.