Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
14 Июнь , 10:55

Йортҡа ҡот ҡойоу

Өй эсендә ниндәйҙер борсолоу, көсөргәнешлек тыуһа, хужалар тиҙ арыусан булып китһә, һауыт-һаба йыш ватылһа, бәхәс күбәйһә, йортҡа ҡот ҡоялар. Өҫтәл өҫтөнә матур ғына тәрилкәгә йә һауытҡа һыу һалалар. «Фатиха», «Нәс», «Фәләҡ» сүрәләрен уҡып, ҡот ҡойоусы әбей ниәт әйтә: «Аллам, һинең ризалығыңдан был йортҡа ҡот ҡоям. Ризалығың, шәфҡәтең, бойороғоң менән минең эшем уң булһын!»Өҫтәл тирәләй хужалар ултыра...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Розалиә Солтангәрәева,филология фәндәре докторы Башҡортта «йола» һүҙе күп мәғәнәле: «ғөрөф-ғәҙәт», «традиция», «тәртип», шулай уҡ «бәхет», «ҡан», «йән», «тын», «ут», «йәшәү циклы» тигәнде белдерә. Ул шулай уҡ әхлаҡ ҡағиҙәләрен, әҙәп, тормош-көнкүреш ҡанундарын үҙ эсенә ала. Йола – миф, эпостан айырмалы булараҡ, ғәмәл, йәғни тәжрибә менән бәйле. Ғәмәлдең мәғәнәүи һәм функциональ булыуы, уның мифтарға ҡарата беренселлеген аңлата, йолаларға ҡанун статусы бирә, теләгән һөҙөмтәләргә өлгәштереүсе ысул булып формалаша.

Бура бурау тәртибе, тормош ойоштороу нескәлеге, халыҡ сәнғәте, дауалау традициялары, хужалыҡ итеү, бала тәрбиәләү ысулдары, шәхес статусының яңырыуы, әҙәп мәҙәниәте, шулай уҡ айырым ырыу именлеген һаҡлау ҡағиҙәләре, тәбиғәтте олоҡлау, байрамдар – барыһы ла «йола» тип атала. Йола – тәртип, гармония тыуҙырыу шартын то­тоусы сара булараҡ, кешеләр мөнәсәбәтен яйлауға ла ҡоролған иң боронғо мәктәп. Шуға туғанлыҡ, мөхәббәт таяныстарын нығытыу, өлкәндәр менән йәштәр, ҡатын менән ир араһын яйлау ҙа – йола. Халҡыбыҙ быуаттар буйы үҙ йолаһын ижад иткән, үҙен тарихта һаҡлап ҡалыу өсөн ҡанун рәүешендә ҡулланған. Шул сәбәптән бөгөнгө көндә лә башҡорт рухы, күңел бөтөнлөгө, этногенетик асылы, ихлас, алсаҡ булмышы һаҡланып килә. Ғәҙәттә, таҙа йөрәкле һәм киләсәккә ынтылыусы яҡты уйлы милләт кенә үҙ йолаһына тоғро.

 

Мөхәббәт һағында

Дәрт күтәреү йолаһы
Ике йәш йөрәк, бер-береһенең һөйөүе ныҡ булһын өсөн, һандуғас ултырған ботаҡты һелкенгән мәлендә үк алмаш-тилмәш үбеп, яурын-арҡаларына бәреп ала.
Ирле-ҡатынлы икәүҙең донъяһы буталып, сыуалышып китһә, ауылдан ете әбей йыйылышып, «дәрт әйтеү» йолаһын үтәй. Береһенең йортонда йыйылып, унан урам буйлап көйләңкерәп «Лә илаһи иллә Алла»ны әйтеп баралар. Ғаилә йәшәгән йорт тирәһендә туҡталып, доғаны ҡабатлайҙар. Ихатаға инер алдынан, ҡапҡаны ете рәт «Фатиха» сүрәһе уҡылған һыу менән өшкөрәләр, ергә һибәләр. Ихатаға ингәс, барыһы ла һеүләй башлай:
Һеү-һеү, Алла!
Һеү-һеү, Алла!
Бойороғоң һинең, Алла,
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Ҡайҙан килгән –
Шунда китһен!
Яман күҙҙән,
Яман һүҙҙән!
Һеү-һеү, Аллаһ,
Һүҙҙән килһә –
Һүҙҙән китһен,
Һеү-һеү Аллаһ!
Һеү-һеү Аллаһ!
Нимә булды һиңә, бала?
Килен бала, кейәү бала?

Киленгә ҡарап:
Сәйең мәтрүшкә булдымы?
Яһау көрөшкә булдымы?
Түшәгеңде ҡаҡманыңмы?
Яҡын-йылы ятманыңмы?
Көтөүгә ҡаршы сыҡманыңмы?
Һыйырың әллә ҡайтманымы?
Һеү-һеү, Алла!
Һеү-һеү, Алла!

Кейәүгә ҡарап:
Нимә булды, кейәү бала?
Утыныңды ярманыңмы?
Алдыңа өлөш һалманымы?
Төрлө сәбәптәрҙе көйләп һанап, энәһенән ебенә тиклем барлап, ирле-ҡатынлы икәүҙе «ете иләктән» үткәрәләр. Тыңлай торғас, теге икәү, ул тиклем шау-шыу, низағ күтәрер сәбәп булмағанын аңлап, бер-береһенә ҡарап көлөшә башлай. Шулай ярашалар. Ошонан һуң яңынан бата уҡып, йәштәргә, йортҡа аят бағышлана. Ирле-бисәле икәү, ете әбейгә сәй эсереп, саҙаҡа-хәйер биреп, хөрмәт күрһәтеп оҙата, үҙҙәре матур итеп йәшәп алып китә. Ошо йола «дәрт күтәреү» йәки «дәрт әйтеү» тип аталған.

 

Күрше баҡсаһы – һөйөү асҡысы
Ирле-бисәле икәүҙең араһы һыуынһа, ауылдағы бер йә ете өй аша (йә иһә эргәләш күршеһе) күрше баҡсаһына инеп, төн йоҡлап сығалар. Шунан аралары рәтләнә. Күрше йорто һыу ағымына ҡаршы барышлай булырға тейеш.

«Ағас тылсымы – киләсәк ырымы»
Ир менән ҡатын араһы һыуынған осраҡта ҡайын менән ҡарағай ағасының имен ҡулланалар. Ике ағас үрелеп үҫергә тейеш. Шундай ағастарҙың ботағын алып, ирле-бисәлене өс рәт әйләндереп, уларҙың түшәге аҫтына һалалар. Ғаиләлә мөнәсәбәт яйлана.


Ә.М. Усманованан (1921 й.) һәм Ғафури, Әлшәй, Миәкә райондарында төрлө йылдарҙа яҙып алынды.

Тормош-көнкүреште көйләүсе

Йортҡа ҡот ҡойоу
Өй эсендә ниндәйҙер борсолоу, көсөргәнешлек тыуһа, хужалар тиҙ арыусан булып китһә, һауыт-һаба йыш ватылһа, бәхәс күбәйһә, йортҡа ҡот ҡоялар. Өҫтәл өҫтөнә матур ғына тәрилкәгә йә һауытҡа һыу һалалар. «Фатиха», «Нәс», «Фәләҡ» сүрәләрен уҡып, ҡот ҡойоусы әбей ниәт әйтә: «Аллам, һинең ризалығыңдан был йортҡа ҡот ҡоям. Ризалығың, шәфҡәтең, бойороғоң менән минең эшем уң булһын!»
Өҫтәл тирәләй хужалар ултыра. Әбей, ҡурғашты ҡалаҡҡа һалып, утта иретеп тора, һамаҡлай:
– Ҡайт, ҡотом, ҡайт!
Фәлән йорттоң ҡото киткән,
Ҡот саҡырам, ҡот кәрәк!
– Ҡайт, ҡотом,
Ҡорайт, ҡотом!
Елдән китһәң – елдән ҡайт!
Һыуҙан китһәң – һыуҙан ҡайт!
Уттан китһәң – уттан ҡайт!
Ситтән китһәң – кире ҡайт!
Тел-теш үтһә,
Кире ҡайт!
Ҡайт, ҡотом, ҡайт!
Ҡорайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом!
Ишектән дә ин,
Тишектән дә ин,
Мөрйәнән дә ин,
Тәҙрәнән дә ин!
Ҡайт, ҡотом, ҡайт! – тип әйткәс, ҡурғашты (балауыҙ булыуы ла мөмкин) һыуға һалып ебәрә. Шыж-ж-ж итеп ҡалғандан һуң һыуҙа бер һын хасил була: эт, бесәй, кеше һ.б. Артабан шулай матур ғына, йомро ғына булып төшкәнсе, ҡотто саҡырып, өс тапҡыр ҡурғаш ҡоялар. Төшмәһә, өс көндән тағы ҡабат­лайҙар. Йомро йәки йөрәк рәүе­шендә төшкән ташты өй диуарына, ҡибла яғына эләләр.

Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/articles/milli-yolalaryby/2022-10-30/yuldan-ya-yrma-haly-be-3008242

 

Йортҡа ҡот ҡойоу
Йортҡа ҡот ҡойоу
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: