Бәләләрҙән ҡотҡара торған🤲доға
لاَ إِلَهَ إِلاَّ أَنْتَ سُبْحَانَكَ إِنِّي كُنْتُ مِنَ الظَّالِمِينَ
"Ләә иләәһә иллә әнтә, сүбхәнәкә индии күндү минә-залимин" ("з" хәрефе һаҡау итеп уҡыла).
Ләә иләһә иләә әнтә – Һинән башҡа илаһ юҡ (Аллаһҡа мөрәжәғәт ителә).
Сүбхәнәкә – Һин теләһә ниндәй кәмселектән пак.
Индии күндү минә-залимин – дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙ-үҙемә көс ҡулланыу (насарлыҡ) ҡылыусыларҙан булдым.
(Был доға – Коръән аяты: "Әл-Әнбиә / Пәйгәмбәрҙәр", 21:87).
Пәйғәмбәребеҙ былай тигән:
دعوة ذي النون إذا دعا وهو في بطن الحوت لا إله إلا أنت سبحانك إني كنت من الظالمين فإنه لم يدع بها رجل مسلم في شيء قط إلا استجاب الله له
"Кит балығының ҡарынында булған Зүннүн (Юныс ғаләйһиссәләмдең) ҡылған доғаһы ошо булды:
"Ләә иләәһә иллә әнтә, сүбхәнәкә индии күндү минә-залимин". Һәм, дөрөҫөн әйткәндә, әгәр бер-бер артлы был мосолман доға менән Аллаһтан ниндәй ҙә булһа һораһа, Аллаһы аллаһы тәғәлә ныҡлы ышаныс менән уға яуап бирер" (имамдар Әхмәд, Тирмизи, Әл-Байһаҡы).
Тимергали хәҙрәт Юлдашев.