Һыбайлы яҙғы көндә йылға аша сығырға була. Аты ауыҙлыҡланғанлыҡтан, ҡурҡҡан һыбайлының атты иреккә ҡуймауынан, ҡолаҡтарына һыу инеп, ат бата. Һыбайлы йылғаны йөҙөп сыҡмаҡсы була: “Иҫән-һау ғына сыға алһам, ҡорбан салыр инем!”ти был кеше.
“Һыуға батмай ғына ҡотолоп сыҡһам, ике һарыҡты ҡорбан итеп салыр инем!” -ти ул тағы ла. Ошо нәҙерен ҡабатлап, һарыҡты өсәүгә еткерә.
Ярға сығырға ике метрҙай самаһы ара ҡалғас, теге кеше кинәнесенән шулай ти: “Аллаһты алдап-йолдап сығып киләм бит әле!”
Шулай тип әйтеп тә өлгөрә, бер ҙур ғына боҙ был кешенең башына килеп бәрелә, йөҙөп барған был кеше аңын юғалта һәм һыу төбөнә китеп, һәләк була.
Аллаһты бәндә һис тә алдай алмай. Кешенең ихласмы, түгелме икәнлеген Аллаһ яҡшы белә. Бәлә янағанда, кеше нәҙер әйтә. Шул нәҙере бәрәкәтендә бәләнән ҡотолһа, бәғзе кеше нәҙер әйтеүен онота: “Былай ҙа ҡотолдом. Нәҙер әйтмәһәм дә булған икән ... ярай, әйттем дә бөттө”.
Нәҙер үтәлмәй. Ә бит бәндә һүҙендә торорға тейеш. Кешегә биргән һүҙендә лә торорға тейеш әҙәм балаһы. Ә инде Аллаһы Тәғәләгә биргән һүҙендә тормау, Аллаһты танымауға тиң. Әйткән һүҙҙә тормау иманды ҡаҡшата, иманды зәғифләй.