Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
19 Апрель , 11:50

Сәхәбәләр тормошонан сәхифәләр

- Бәлки, һаҙи, ислам динен ҡабул итергә һиңә мосолмандарҙың мохтажлыҡта йәшәүе, фәҡир булыуҙары ҡамасаулайҙыр? Шундай бер ваҡыт  яҡынайып килә: үҙ ҡулындағы малды мосолмандар ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй башларҙар.  …Бына шулай, һаҙи, был динде ҡабул итергә һиңә, бәлки, мосолмандарҙың бик тә әҙ, дошмандарҙың үтә лә күп булыуы ҡамасаулайҙыр. Шундай бер  ваҡыт яҡынайып килә: һин дөйәләргә атланып Ҡадисиәнән Ҡәғбәтуллаға тиклем бер кемдән ҡурҡмай юл йөрөүсе яңғыҙ ҡатын тураһында  ишетерһең…  - Бәлки, һине, Һаҙи, мал-мөлкәттең дә, хакимиәттең дә мосолмандар ҡулында булмауы ҡурҡыталыр? Аллаһ менән ант итеп әйтәм, Бабил ерендәге аҡ  һарайҙарҙың мосолмандар алдында ишектәрен асып торғанын күрерһең.

Сәхәбәләр тормошонан сәхифәләр
Сәхәбәләр тормошонан сәхифәләр

Сәхәбәләр тормошонан сәхифәләр

Һаҙи ибн Хәтәм Әт-Тай

Урау-урау юлдар үтеп килеп инде ул ислам ҡанаты аҫтына. 

Тай ҡәбиләһендә генә түгел, бөтә ҡәбиләләр араһында үҙенең йомартлығы менән дан ҡаҙанған Хәтәм Әт-Тайҙың улы, ҡәбилә ололарынан ине ул. Изге пәйғәмбәрҙең хаҡ юлға, һиҙайәткә саҡырыуҙары башланғас, Мөхәммәдтең был дәғүәте үҙенең дә хакимиәтен юҡҡа сығарып, ҡәбилә менән дә идара итеүҙән мәхрүм итер тип ҡурҡты Һаҙи. Бер тапҡыр ҙа күргәне, осрашҡаны булмай тороп Аллаһ илсеһенә ҡарата күрә алмау дәрәжәһенә еткән дошманлыҡ һәм нәфрәт уянды уның күңелендә. Ислам йоғонтоһо Тай ҡәбиләһе биләмәләрендә лә һиҙелә башлағас, бөтөнләй Шам тарафына  уҡ ҡасып китте. 

Исламды ҡабул итмәй 20 йыл йөрөгәндән һуң ғына Мәҙинәгә юлы төштө уның. 

«Пәйғәмбәрҙең мин: «Аллаһтың Һаҙи ҡулдары менән минең ҡулдарҙы ҡауыштырыуын бик теләр инем», тигән һүҙҙәрен ишеткәнем бар ине», - тип  хәтерләр булған Һаҙи ибн Хәтәм Әт-Тай. - Мин уны мәсеттә осраттым. Сәләм бирҙем. 

- Һеҙ кем? -- тине ул. 

-Һаҙи ибн Хәтәм, - тинем. Ҡаршыма килеп ҡулдарымдан тотто, өйөнә алып китте. Өй эргәһендә уны оло йәштәге бер ҡатын менән бер ир бала көтөп  тора ине. Пәйғәмбәр улар менән тороп ҡалды. «Юҡ, был батша түгел», - тип уйланым мин. Өйгә индек. Күн тышлы йомшаҡ ҡына мендәр бирҙе: 

- Ултыр! -- тине. Миңә ҡыйын булып китте. 

- Мендәргә үҙең ултыр! - тинем. Сөнки башҡа ундай мендәр юҡ ине.  

-Юҡ, һин ултыр! - тине ул. Уға буйһоноп, мин мендәргә ултырҙым. Үҙе минең менән йәнәшә иҙәндә урын алды. «Аллаһ менән ант итеп әйтәм,  батшалар былай булмай» тип тағы ла уйлап алдым мин. Миңә табан боролоп пәйғәмбәр һүҙ башланы: 

- Бәлки, һаҙи, ислам динен ҡабул итергә һиңә мосолмандарҙың мохтажлыҡта йәшәүе, фәҡир булыуҙары ҡамасаулайҙыр? Шундай бер ваҡыт  яҡынайып килә: үҙ ҡулындағы малды мосолмандар ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй башларҙар. 

…Бына шулай, һаҙи, был динде ҡабул итергә һиңә, бәлки, мосолмандарҙың бик тә әҙ, дошмандарҙың үтә лә күп булыуы ҡамасаулайҙыр. Шундай бер  ваҡыт яҡынайып килә: һин дөйәләргә атланып Ҡадисиәнән Ҡәғбәтуллаға тиклем бер кемдән ҡурҡмай юл йөрөүсе яңғыҙ ҡатын тураһында  ишетерһең… 

- Бәлки, һине, Һаҙи, мал-мөлкәттең дә, хакимиәттең дә мосолмандар ҡулында булмауы ҡурҡыталыр? Аллаһ менән ант итеп әйтәм, Бабил ерендәге аҡ  һарайҙарҙың мосолмандар алдында ишектәрен асып торғанын күрерһең. Батша Ибн Хурмуз хазиналары ла мосолмандар ҡулына күсер. 

- Ибн Хурмуз хазиналары? - тип һораным мин. 

- Әйе, Ибн Хурмуз хазиналары, - тине ул. 

Был һүҙҙәрҙән һуң мин иман кәлимәһен әйтеп, ислам динен ҡабул иттем, тип һөйләр булған һаҙи. 

Оҙон ғүмер кисерә һаҙи Ибн Хәтәм Әт-Тай. 

- Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, алдан күреп әйткәндәренең икеһенә үҙем шаһит булдым: яңғыҙ ҡатындың оҙон юлдар үтеп бер үҙе Мәккәгә  барғанын күрҙем. 

Ибн Хурмуз батша хазиналарын алғанда ғәскәрҙең алғы сафында буддым. 

Аллаһ менән ант итеп әйтәм, пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, алдан күреп әйткән өсөнсө ваҡиғаның да шаһиты булыуыма ышанам,- тигән ул. 

Ысынлап та, хәлифә Ғүмәр Ибн Ғәбделғәзиз идара иткән йылдарҙа: «Зәкәт малы алырға мохтаждар бармы?» - тип мосолмандар урамдарҙа  ҡысҡырып йөрөгән ваҡытта ла: «Бар. Зәкәт малына мин мохтажмын», - тип мал алырға килеүселәр табылмай. 

* * *

Сәйф Сараиҙан: 

Бер фәҡиргә барып юлыҡты Муса, ғәләйһис-сәләм. Яланғас тәнен йәшерергә теләп ҡомға күмелеп ятҡан. Кейергә бер нәмәһе юҡ. Муса, ғәләйһис-сәләм, шунда был фәҡир өсөн ярҙам һорап доға ҡылды. Хаҡ Тәғәлә ул фәҡиргә мал һәм ниғмәт бирҙе. Бер аҙ ваҡыттан һуң Муса, ғәләйһис-сәләм, был кешене тағы ла күрҙе. Эргәһенә халыҡ йыйылған, өҫтөнә эйелгәндәр. 

- Быға нимә булған? - тине пәйғәмбәр. 

- Хәмер эсеп, бола ҡуптарып, кеше үлтергән. Хәҙер килеп уны язаларға алып барырға торалар, - тинеләр. Аллаһ хикмәтен раҫлап һәм үҙенең әрһеҙләнеп доға ҡылғанына үкенеп, ғәфү үтенде Муса, ғәләйһис-сәләм. 

Аллаһы Тәғәлә үҙе лә әйтә: «Әгәр ҙә Аллаһ муллыҡты һәр кемгә бирһә, ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ артыр ғына ине…» ти.
«Шура», «Кәңәш» сүрәһе, 26-сы аят
* * *
Барлы булыуҙы әле лә бөтәһе лә күтәрә алмай.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: