Дин һәм иман
27 Март 2024, 04:30

Буранбай ауылында ифтар үтте

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Кисә Буранбай ауылы мәсетендә ифтар табынына -ауыҙ асыуға йыйылдылар.Ифтарҙа Урал аръяғы райондары мәсеттәренең мөхтәсибе Хәлил Танһыҡҡужин, Баймаҡ районы һәм ҡалаһының "Нәсихәт" мәсете имамы хажи Камил Алсынбаев, Сыңғыҙ ауылы имам хатибы Марат Рәжәпов, хажи Заһир Галин, имам хатиб Нурфәиз Фәйзрәхман улы, ауылдаштар ҡатнашты.
Ауыҙ асырға йыйылышыу-ифтар табындары йәмәғәтте яҡынайта, йәнле аралашырға мөмкинлек бирә. Башҡорт халҡында ураҙа мәлендә ауыҙ астырыу йолаһы бар. Быны өҫтәмә сауап өсөн дә, үҙе ураҙа тота алмаған осраҡта фиҙиә иҫәбенәндә эшләйҙәр. Сөнки ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала..
Хажи Заһир Галин Умра ҡылып Мәккәнән алып ҡайтҡан зәм -зәм һыуын ауыҙ иттерҙе.
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул, ифтар табыны ойоштороусыларға сауаптары насип булһын.

Зәкиә Ғәйетбаева,

китапханасы.

Буранбай ауылында ифтар үтте
Буранбай ауылында ифтар үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас