Дин һәм иман
26 Март 2024, 10:05

Ифтар мәжлесе үтте

Бөтә ураҙа тотоусылар ҙа яу яланында йөрөгән егеттәребеҙ именлегенә, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Йәкшәмбе көндәге ифтарҙы махсус операцияла ҡатнашыусы ҡәрҙәшебеҙ үҙ иҫәбенән үткәртте. Ҡырҡлап  ураҙа тотоусыға ифтар үткәреү өсөн аҡса күсерҙе. Яу яланында ураҙа тота алмағас, ауылдың ураҙа тотоусыларынан ауыҙ астырҙы. Уның был ниәтен хуплап, аш- һыу әҙерләп, ураҙа тотоусыларҙы һыйлаусы Рәшиҙә еңгәй, Айгизә һәм Ләйсән килендәр булдылар. Бик ҙур рәхмәт уларға! Сауаптары насип булһын! Шулай уҡ ифтарға Баймаҡ районы имам - мөхтәсибе, ахун Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин килде. МХО ялға ҡайтҡан тағы ла бер ҡәрҙәшебеҙ ҙә ифтарҙа ҡатнашты. Саҙаҡа таратты.Бөтә ураҙа тотоусылар ҙа  яу яланында йөрөгән егеттәребеҙ именлегенә, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылдылар.
Ватан алдындағы бурыстарын үтәп, имен- һау әйләнеп ҡайтһындар инде егеттәребеҙ. АЛЛАҺ Сүбехәнә үә Тәгалә тотҡант ураҙаларыбыҙҙың сауаптарын насип итһен!

Билдәле сәбәптәр арҡаһында, МХО-ла йөрөгән егеттәребеҙҙең исем-фамилияларын яҙа һәм фотола күрһәтә алмайбыҙ.

Гүзәл Игебаева,

Күсей ауылы.

Ифтар мәжлесе үтте
Ифтар мәжлесе үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас