Ураҙала нисек туҡланырға?
Ураҙаны Аллаһ ризалығы өсөн ниәтләү кәрәк икәнен барыһы ла белә, шикелле. Шуға уны сәләмәтлек өсөн дә файҙалы итеп тотоу зарур.
Пәйғәмбәребеҙ илләллаһу ғаләйһи э-э-эй сәлләм: "Һәр нәмәнең зәкәте бар, тәндең зәкәте – ураҙалыр", – тигән. Зәкәт һүҙе иһә таҙартыу тип тәржемә ителә.
Социаль селтәрҙәрҙә төрлө юлдар менән организмды таҙартыуға арналған курстар, программалар тәҡдим итеүселәр бихисап. Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тигәндәй, кеҫәңә ҡарап йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Аллаһы Тәғәлә беҙгә универсаль таҙарыныу юлын тәҡдим итеп кенә ҡалмаған, уны бурыс итеп йөкләгән. Бының өсөн әллә ниндәй аҡса ла кәрәк түгел.
Таң беленә башламаҫ элек сәхәр эсәбеҙ. Көн дауамында ашауҙан, эсеүҙән тыйылып торабыҙ. Ҡояш байығас ҡына ифтар ашын ашап алабыҙ. Ураҙа тотҡан саҡьа тәнебеҙҙә боҙолған күҙәнәктәр яңылары менән алмашына, бар ағзабыҙ һауыға, таҙарына. Тәнебеҙ генә түгел, йәнебеҙ ҙә сафлана.
Ураҙала нисек туҡланыу хәйерле һуң?
Сәхәрҙә, ашарға 20-25 минут ҡала, 2 стакан ауыҙ бешмәҫлек ҡайнар һыу эсеп ҡуябыҙ. Әгәр өйҙә эшләнгән алма һеркәһе булһа, 1 стакан һыуға 1 аш ҡалағы һеркә ҡойоп эсегеҙ. Сәхәрҙә бәрәкәт бар, ти Китап. Сәхәр ризығы, хәлеңә ҡарап, еңелсә лә, туҡлыҡлы ла, аҡһымға бай ҙа булырға тейеш.
Кем өсөндөр сәхәрҙә һыу эсеп ҡуйыу ҙа етә. Икенселәр һурпа эсә, балыҡ ашай, йомортҡа, яҡшы сыр, ҡатыҡ кеүек ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә.
Әммә шәкәр һәм еңел углеводтар ашаған осраҡта организм хәлһеҙлек кисерә башлай. Ниңәме? Натрий, калий балансы боҙола. Шул сәбәпле, ураҙа тотоу ҡыйынға тура килә.
Ифтарҙа иһә хөрмә емеше, һыу йәки тоҙ менән ауыҙҙы асырға була. Ифтарҙы бер аш ҡалағы алма һеркәһе ҡойолған ҡайгар һыу эсеүҙән башлау ашҡаҙандың әселеген яҡшыртырға ярҙам итә. Намаҙ уҡыүансы 10-15 минут ваҡыт үтә. Унан ашарға була.
Яҡшы ит һурпаһы, балыҡ, йомортҡа, сифатлы сыр кеүек аҡһымлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Был туҡлыҡлы ризыҡтар янына йәшел үлән, япраҡлы салаттар, әсетеп тоҙланған йәшелсәләр, ҡатыҡ булһа, ашҡаҙан эшмәкәрлегендә проблема булмаҫ.
Еңел углеводтар һәм шәкәр ашау хәлһеҙлек тыуҙыра. Ҡамыр ризыҡтарынан тыйылғанда ураҙа сәләмәтлекте нығыта.
Өҫтәл биҙәге – сей еләк-емеште ас ҡарынға ашағыҙ. Ә бына аш, ит һәм башҡа ризыҡтарҙы ашағандан һуң еләк-емештәр ашау эсте күптерә, ризыҡтың эшкәртелеүенә зыян итә. Хәтта сей алма эстә газдар йыйылыуға сәбәп булырға мөмкин.
Эсемлектәргә килгәндә, кипкән емештәр менән үлән сәйҙәре эсергә мөмкин. Ромашка, мелисса, ҡара ҡарағат, мәтрүшкә сәйҙәре, ҡара сәйҙән айырмалы, йоҡоға зыян итмәй. Йәшел сәй көндөҙ файҙалы булһа, кис йоҡт ҡасыра.
Рушания Минсәгыйрова