Дин һәм иман
14 Март 2024, 12:35

«ЙӨҘ ҘӘ БЕР ХӘҘИС»ТӘН БЕР ХӘҘИС

Ожмахтарға юлдар тирҙе һыға, Ожмахтарға юлдар ҡатмарлы. Тау ҡәҙәре эштәр атҡармайса, Асылырмы Йәннәт ҡапҡаһы? Тоғролоҡтар кәрәк үтер өсөн Һынауҙарҙың ниндәй ҡатыһын. Дөм-ҡараңғы ҡалғанда ла донъяң,  

«ЙӨҘ ҘӘ БЕР ХӘҘИС»ТӘН БЕР ХӘҘИС«ЙӨҘ ҘӘ БЕР ХӘҘИС»ТӘН БЕР ХӘҘИС
«ЙӨҘ ҘӘ БЕР ХӘҘИС»ТӘН БЕР ХӘҘИС

Рауил Бикбаев
«ЙӨҘ ҘӘ БЕР ХӘҘИС»ТӘН БЕР ХӘҘИС
Ожмахтарға юлдар тирҙе һыға,
Ожмахтарға юлдар ҡатмарлы.
Тау ҡәҙәре эштәр атҡармайса,
Асылырмы Йәннәт ҡапҡаһы?
Тоғролоҡтар кәрәк үтер өсөн
Һынауҙарҙың ниндәй ҡатыһын.
Дөм-ҡараңғы ҡалғанда ла донъяң,
Балҡып торһон намыҫың яҡтыһы.
Башҡасараҡ тамуғтарға юлдар,
Кемдәр урлай, кемдәр типтерә.
Бейей-бейей иблис йырҙарына,
Йәһәннәмгә бара туп-тура.
Рәнйеткәндәр, алдап көн
иткәндәр,
Илен, телен, динен һатҡандар -
Улар утлы тамуғ соҡоронда
Үлмәҫ борон урын тапҡандар.
Әүрәп тарта тамуғ соҡорҙары,
Йәһәннәмгә йәһәт атлауың.
Үтеп ҡара сират күперҙәрен!
Асып ҡара ожмах ҡапҡаһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас