Дин һәм иман
12 Март 2024, 13:00

Ураҙаны нимә боҙа һәм нимә боҙмай?

Ураҙа боҙоуға - бер ҙә ифтар ҡылмайынса ике көн ураҙа тотоу; ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу...

Ураҙаны нимә боҙмай?

һатып алынасаҡ ризыҡты татып ҡарау;

балаға тәғәм сәйнәп биреү;

күҙгә һөрмә тартыу;

мыйыҡ һәм иренде майлау

тештәрҙе таҙартыу;

ауыҙға килгән лайланы йотоу;

һөлөк һалдырыу;

ҡомған менән ғөсөл ҡойоноу;

мунсала тирләп сығыу;

һабын менән йыуыныу;

һыу төшөү, ауыҙға һәм танауға һыу индереүҙән һаҡланығыҙ.

 

Ураҙаны нимә боҙа?

буш һүҙ һөйләү;

әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү;

мунсала оҙаҡ ултырыу;

һыуға сумып ҡойоноу;

тәғәм йә һағыҙ сәйнәү (тәмле, татлы һағыҙҙар ураҙаны боҙа)”

кәрәге булмайынса тел менән берәй ризыҡты тәмләп ҡарау;

хәләл ефетеңде үбеү;

бер ҙә ифтар ҡылмайынса ике көн ураҙа тотоу;

ниндәй булһа ла берәй гонаһлы эш эшләү;

ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу;

ҡан алдырыу.

 

Автор:
Читайте нас