Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
24 Февраль , 21:50

Бөгөн Бәрәәт кисе

Гонаһтар ғәфү ителһен өсөн тәүбәгә килергә,  доғалар уҡырға кәрәк...

Бәрәат кисе Шәғбан айының 15-се тәүлегенә тура килә. Был кистә өс мәртәбә "Ясин" сүрәһе уҡылыр. Беренсе мәртәбә уны уҡығанда уҡыусының ниәте Аллаһы Тәғәләнән оҙон ғүмер һорауҙан ғибәрәт булыр, икенсе мәртәбә Аллаһы Тәғәләнән бәлә-ҡазаларҙан именлек һорар, өсөнсө мәртәбә бәрәкәт артһын, тип уҡыр.

Иңдәребеҙҙәге ике фәрештә йыл буйына ҡылған ғәмәлдәребеҙҙе яҙып бара. Ошо кистә фәрештәләр тарафынан яҙылған беҙҙең ғәмәл китабыбыҙ Аллаһ хозурына күсеп, уның урынына яңыһы иңеп асыла. Шуның өсөн был кистә ҡылған гонаһтарыбыҙға үкенергә, тәүбә ҡылырға, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү итеүен һорарға һәм бүтән был гонаһтарыбыҙға ҡайтмауыбыҙҙы, изге юлда булыуыбыҙҙы һорарға кәрәк. Бәрәат кисендә уҡыла торған доға: اَللَّهُمَّ اِنْ كُنْتَ كَتَبْتَ اِسْمِي شَقِيًّا فِي دِوَانِ الْاَشْقِيَاءِ فَامْحُهُ وَ اكْتُبْ فِي دِوَانِ السُّعَدَاءِ وَ انْ كُنْتَ كَتَبْتَ اِسْمِي سَعِيدًا فِي دِوَانِ السُّعَدَاءِ فَاثْبُتْهُ فَاِنَّكَ قُلْتَ فِي كِتَابِكَ الْكَرِيمِ يَمْحُ اللَّهُ مَا يَشَاءُ وَ يُثْبِتُ وَ عِنْدَهُ اُمُّ الْكِتَابِ

Аллаһүммә ин күнтә кәтәбетә исмии шәкыййән фии диүәәниль-әшкыйәәи фәмхуһүү үәктүбе фии диүәәнис-сүгәдәә. Үә инкүнтә кәтәбетә исмии сәгиидән фии диүәәнис-сүгәдәәи фәсбүтһү фәиннәкә культә фии китәәбикәль- кәриим. Йәмхуллааһү мәә йәшәәү үә йүсбит үә гиндәһүү уммуль-китәәбе.

Эй, Аллаһым, әгәр мине бәхетһеҙ итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны һөртөп, юҡ ит һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙ. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң, әлеге яҙыуҙы бер ҡасан да һөртөлмәй торған ит.

Ысынлыҡта һин Ҡөрьән-Кәримеңдә: “Аллаһ Тәғәлә нимәне теләһә, Ләүһул мәхфуздән шуны һөртөр, юҡ итер, теләгәнен иһә ҡалдырыр, һөртөлмәҫлек итер”, - тип әйтәһең.

Автор:
Читайте нас: