Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
6 Февраль , 17:55

Хикмәтле һүҙ

Был һүҙҙәр хакимда асыу уята. Меҫкен төш юраусыны ҡараңғы зинданға ташларға һәм икенсе төш юраусыны саҡырырға бойора...

Хикмәтле һүҙ
Хикмәтле һүҙ

Хикмәтле һүҙ

Бер хаким ҡурҡыныс төш күрә, йәнәһе лә, уның бер-бер артлы тештәре ҡойолоп төшә. Ул, хафаланып, тиҙ арала төш юраусыны саҡыртып ала. Тегеһе уны ҡайғырып тыңлай ҙа һәм былай ти:

- Әмирем, мин һеҙгә ҡайғылы хәбәр еткерергә тейешмен: һеҙ бер-бер артлы бөтә туғандарығыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ.

Был һүҙҙәр хакимда асыу уята. Меҫкен төш юраусыны ҡараңғы зинданға ташларға һәм икенсе төш юраусыны саҡырырға бойора. Быныһы инде ошолай юрай:

- Мин һеҙгә һөйөнөслө хәбәр еткерә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен: һеҙ бөтә туғандарығыҙҙан оҙағыраҡ йәшәйәсәкһегеҙ.

Хаким сикһеҙ шат була һәм төш юраусыны йомарт бүләкләй. Батша һарайындағылар аптырашта ҡала һәм:

- Һин дә хакимға тәүге юраусының әйткәндәрен еткерҙең бит. Ниңә ул яза алды, ә һин – бүләкләндең?-тип һорай башлай.

Яуап ябай була:

- Эйе, беҙ икебеҙ ҙә төштө дөрөҫ юраныҡ. Әммә эш ни әйтеүҙә түгел бит, ә нисек әйтеүҙә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: