-4 °С
Ҡар
Иманһыҙ булыуы сәбәпле сусҡаға әйләнгәндәрҙән берәү эргәһенән үтеп барғанда, Ғайса, ғәләйһис сәләм, уны танып ҡалып: “Тыныс ҡына үт!” - тип сәләм биргәс, аптырап ҡалған кешеләр: “Был һүҙҙе һин сусҡаға әйттеңме?”- тиҙәр. “Эйе, телем яман һүҙҙәр һөйләргә өйрәнеп китә күрмәһен тип әйттем был һүҙҙәрҙе”,- тигән пәйғәмбәр.
Дин өйрәтә: мәрхәмәт – шәфҡәт эйәһе Аллаһтың яҡшы бәндәләре ер өҫтөндә түбәнселек менән йөрөрҙәр. Наҙандар уларға насар һүҙ әйтер булһалар ҙа: “Сәләм!” -тип кенә яуап бирерҙәр.