Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
15 Ғинуар , 18:00

Эттәрҙең аҡылы

Бер тапҡыр өрөп алығыҙ. Этлегебеҙ юғалмаһын. Унан һуң уны ололарбыҙ, уға хөрмәт күрһәтербеҙ...

Эттәрҙең аҡылы
Эттәрҙең аҡылы

Көндәрҙән бер көндө, юлда китеп барғанда, пәйғәмбәр, ғәләйһис - сәләм, бер эт өйөрөн күреп ҡала. Уның килгәнен шул ваҡыт эттәр үҙҙәренсә һөйләшеп ала: “Әҙәп һаҡлағыҙ! Аллаһтың дуҫы пәйғәмбәр килә”, - тиҙәр улар бер – береһен киҫәтеп.

Ул беҙгә пәйғәмбәр түгел, - тиҙәр икенселәре, - әҙәмдәр менән бәрейҙәргә генә пәйғәмбәр. Ул пәйғәмбәргә хәжәтебеҙ юҡ”. “Юҡ, улай түгел, - тигән шунда араларынан олорағы, - бөтә Ер – Күктәрҙе, 18 мең ғәләмде, бөтә мәхлүктәрҙе үҙ ҡөҙрәте менән Аллаһ ошо дуҫы – пәйғәмбәр, ғәләйһис – сәләм, өсөн тип яралтҡан. Әҙәп һаҡлайыҡ, әҙәп һаҡлайыҡ та, ғәҙәтебеҙҙе лә ташламайыҡ. Бер тапҡыр өрөп алығыҙ. Этлегебеҙ юғалмаһын. Унан һуң уны ололарбыҙ, уға хөрмәт күрһәтербеҙ”.

Пәйғәмбәр, ғәләйһис – сәләм, улар тапҡырына етеүгә уны ололап эттәр сафҡа баҫа һәм бергә күтәрелеп “һау-һау” тип өрөп ҡуя.

Эттәр була тороп та эттәр пәйғәмбәребеҙҙең ҡәҙерен белде. Пәйғәмбәребеҙҙе ололап, уның сөннәтен тотмаған кешеләр, тимәк, эттән дә яуызға әйләнеп, уның шәфәғәтенән мәхрүм ҡалыр.

Дин өйрәтә: яҡшы һүҙҙәр, игелекле ғәмәлдәр Аллаһтың Үҙе ололаған урынға – күккә күтәрелә, ти.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: