Кисерелмәгән гонаһ
Ғиҡримә атлы бер сәхәбәһе ауырып киткәс, уның хәлен белеп килергә тип пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөәзине Билалды ебәрә. Уның эргәһенә барып, Билал: “Лә Иләһә илләл-лаһ!” тип тәлҡин һүҙҙәре әйтә башлай. Үлем түшәгендә ятҡан сәхәбә уның артынан был һүҙҙәрҙе ҡабатларға теләй, ләкин ҡабатлай алмай. Теле көрмәкләнә. Үлем алдынан тел көрмәкләнеү Исламда бәндәнең кисерелмәгән гонаһтары бар тигәнде аңлата.
- Ата-әсәһе иҫәнме икән? - ти Рәсүллуллаһ.
- Атаһы үлеп ҡалған, әсәһе бар, бик оло йәштә,-тиҙәр.
Әсәһен саҡыра пәйғәмбәр.
- Килә алһа – килһен, килә алмаһа – үҙем барам, ти.
Таяғына таянып, ҡарсыҡ үҙе килә.
- Улың тураһында нимә әйтерһең?-ти пәйғәмбәр.
- Улым – тәҡүә кеше. Намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота, саҙаҡа биреп фәҡир-меҫкендәргә ярҙам итеп тора, хаж ҡыла – бөтәһен дә эшләй, әммә кеше һүҙенә ҡарап мине рәнйетә,-ти ҡарсыҡ.
Иман үтә алмауының сәбәбе бына нимәлә икән. Рәсүлебеҙ күреп тора: улына ҡарата әсә күңеле шул тиклем дә ҡатҡан, шул тиклем дә рәнйегән, ташҡа әйләнеп бөткән. Был ташты нисек тә йомшартыу юлын эҙләй пәйғәмбәр. Сараһын һис тә табыу мөмкинлеге булмағас, Билалды саҡыра:
- Бар әле, Билал, ишек алдына утын ташып ҡуй,-ти. Утын өйөлә башлағас, ҡарсыҡ аптырап ҡала:
- Йә, Рәсүлуллаһ! Был утынды ниңә ташыйҙар?
- Хәҙер беҙ усаҡ яғып ебәрәбеҙ ҙә, һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн улыңды шунда һалып яндырабыҙ,-ти пәйғәмбәр.
- Эй, Рәсүлуллаһ! Улымдың, ғәзиз баламдың утҡа яндырылыуына йөрәгем нисек түҙер?-ти ҡарсыҡ.
Пәйғәмбәребеҙ тап ана шул һүҙҙе көтә лә.
- Эй, әбей! Улығыҙ үлем түшәгендә. Лә Иләһә ил-ләл-лаһ кәлимәһен әйтә алмай ята. Уны кисер инде!-ти.
- Әшһәдү әл-лә Иләһә илләл-лаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғабдүһү үә Рәсүлуллаһ! Мин үҙемдең улымдан ризамын,-ти әсә.
Сәхәбәһенең хәлен белергә тип пәйғәмбәребеҙ тағы ла Билалды ебәрә. Билалдың бүлмәгә килеп инеүе була: “Әшһәдү әл-лә Иләһә илләл-лаһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғабдүһү Рәсүлул-лаһ!”-тип сәхәбә йән бирә.
Пәйғәмбәребеҙ уны үҙе барып йыуа, үҙе кәфенләй, мәйетте ерләүҙә ҡатнаша, күмеп ҡуйғандан һуң йыйылған халыҡҡа: Кем дә кем кеше һүҙенә ҡарап йәки үҙ ихтыяры менән ата-әсәһен рәнйетә икән, ул кешегә “ләғнәтүл-лаһи үә мәләикәтиһи үән-нәси әжмәғиин” - “Аллаһтың, бөтә фәрештәләрҙең һәм кешеләрҙең ләғнәте булыр”,-ти.
Шуға күрә беҙгә лә иң элек ата-әсәләребеҙҙе ихтирам итергә, уларҙы ихтирам итеү юлы менән йәннәттәргә юл табырға насип булһын!