Дин сама белгәнде ярата
Сама белегеҙ, тип өйрәткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. «Бөтә нәмәне саманан арттырып ебәрергә тырышҡандар һәләк буласаҡ", - тигән ул был һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлап.
Был дин - бик еңел дин, әммә кем дә булһа берәү ута ҡаршы көрәш башлаһа, еңеләсәген белеп торһон. «Динде дөрөҫ итеп тотоғоҙ, - тип өйрәткән ул, - урталыҡтан айырылмағыҙ, мөмкин булғанын ғына эшләгеҙ, мөмкин булған шул ғибәҙәттәр өсөн вәғәҙә ителгән әжер-сауаптарға шатланығыҙ; иртәһен дә, кисен дә, төн урталарынан һуң тороп та ярҙам һорап Аллаһуға доға ҡылығыҙ», - тип тә өҫтәй.
Мәсеткә ингәндә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, бер ваҡыт ике бағана араһында бер бау күрә. «Был ниндәй бау?» - ти ул. «Был Зәйнәп бауы, - ти шунда булғандар, - арыған ваҡыттарында ул намаҙҙы ошо бауға аҫылынып уҡый». «Бауҙы сисеп ташлағыҙ! - ти пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләм, - һеҙҙең һәр берегеҙ намаҙҙы көсө етер дәрәжәһендә генә уҡыһын, йоҡоһо килһә, ятып йоҡлап алһын».
Ғәйшә разиаллаһү ғәнһә һүҙҙәренә нисбәт итеп килтерелгән бер хәҙистә пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм: «һеҙҙең арағыҙҙан кем дә булһа берәүҙе намаҙ ваҡытында йоко баҫа башлаһа, йоҡо килеүе бөткәнсе ятып йоҡлап алһын, сөнки йоҡлай-йоҡлай намаҙ уҡый башлаһағыҙ, бер нәмә лә аңламай уҡып, Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауы урынына үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡәһәрләүегеҙ мөмкин», - тигән һүҙҙәре килтерелә.
* * *
Мосолман һәр нәмәгә ғибрәт күҙе менән ҡарай. Fибрәтләнеп,
үҙенең дә холҡон камиллаштыра.