Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
22 Декабрь 2023, 08:13

Йома хәҙистәре

"Йома көндө, Ислам динен тотҡан һәм һәр саҡ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеп торған ҡолоноң доғаһын Аллаһ яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡ, бер сәғәт бар."

Йома хәҙистәре
Йома хәҙистәре
"Ҡояш ҡалҡҡан көндәрҙең иң яҡшыһы - йома көнө. Был көндө Аллаһ Әҙәмде (ғәләйһиссәләм) барлыҡҡа килтерҙе. Был көндә ул Йәннәткә индерелде, был көндө унан ҡыуылды. Һуңғы Сәғәт тә (Ҡиәмәт көнө) был көндән башҡа көндә һуҡмаясаҡ.".

"Бер йома намаҙы менән икенсе йома намаҙы араһында уҡылған көндәлек биш фарыз намаҙ ике йома араһында ҡылынған кесе гонаһтарҙың ярлыҡаныуына сәбәп булып тора, әгәр ошо арала оло гонаһтар ҡылынмаһа.".

"Йома көндө, Ислам динен тотҡан һәм һәр саҡ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеп торған ҡолоноң доғаһын Аллаһ яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡ, бер сәғәт бар."

"Кем йома көндө (йәки йомаға ҡарата төндө) "әл-Кәһф" ("Мәмерйә") сүрәһен уҡый, шул кешене уның менән Аллаһ йорто (Ҡәғбә) араһындағы нур яҡтыртып торасаҡ."

"Һеҙҙең өсөн иң яҡшы көн - йома көнө. Был көндө күп итеп миңә салауаттар әйтегеҙ, сөнки улар миңә күрһәтеләсәк."

"Әгәр мосолман кешеһе йома көндө тулы ғөсөл алып таҙарынып, тәненә (сәсенә) өйөндә булған еҫле мисек һөртөнөп, йома намаҙына барһа, унда ултырған башҡа мосолмандарға ҡамасауламайынса, күпме кәрәк шул тиклем намаҙ уҡыһа, шунан имам һөйләгәндәрҙе тыныс ҡына ултырып тыңлаһа, уның ошо ике йома араһындағы гонаһтары ярлыҡаныр." 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: