Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
14 Декабрь 2023, 20:45

Хикмәтле хикәйәт

“Йәшерен серҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Бында беҙгә билдәле булмаған берәр ҙур хикмәт йәшерелеп ҡуйылғандыр, бәлки”,-тип кенә яуап бирә әүлиә...

Хикмәтле хикәйәт
Хикмәтле хикәйәт

Бер саҡ шулай кешеләр ауылда бөтә эттәрҙең үлем бөткәнен күреп шаҡ ҡата. Әүлиәләренә килеп бының сәбәбен белергә теләйҙәр. Бер аҙ уйланып торғандан һуң әүлиә әйтә: “Эттәрҙең үлеп бөтөүендә һеҙҙең өсөн берәр хикмәт, ҡотолоу юлы барҙыр, тип өмөт итәм”.

Икенсе төндә бөтә әтәстәр үлеп бөтә. Тағы ла әүлиәгә киләләр һәм тағы ла шул яҡ яуапты алалар: “Уларҙың үлемендә һеҙҙең өсөн берәр ғибрәт барҙыр тип өмөт итәм!”

Шул саҡ аранан берәү: “Хөрмәтлем! Эттәр – беҙҙең һаҡсыларыбыҙ, әтәстәр – мөәзиндәребеҙ ине. Уларҙың үлеменән ни файҙа?”-тип һорай. “Йәшерен серҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Бында беҙгә билдәле булмаған берәр ҙур хикмәт йәшерелеп ҡуйылғандыр, бәлки”,-тип кенә яуап бирә әүлиә.

Өсөнсө төндә тағы бер бәләгә тарый ауыл халҡы: ут тоҡандыра алмайҙар. “Ниндәй бәләгә юлыҡтыҡ һуң?”-тип аптырай халыҡ. Бәләләрҙең сәбәбе иртән асыла.

Төнөн был төбәккә юлбаҫарҙар килеп сыға. Күрше ҡәүемдәрҙе баҫып алып, талап, хурлыҡҡа төшөрөп йөрөгәндән һуң улар был ҡәүем йәшәгән ауылға килеп етә. Киләләр: эт өргән, әтәстәр ҡысҡырған тауыштар ишетелмәй, ут әҫәре күренмәй. Бында кеше заты юҡтыр, бер эш тә барып сыҡмаҫ тип, юлбаҫарҙар ауылды ситләп үтә. Халыҡ үҙе лә иҫән ҡала, мал-мөлкәтенә лә зыян килмәй...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: