

Ут эсендә йөрөгән яугирҙәребеҙ өсөн барыбыҙ ҙа борсолабыҙ. Ҡорбандар салабыҙ, доғалар бағышлайбыҙ, ярҙам әҙерләйбеҙ...
Аллаһ ҡөҙрәте менән барыһының да имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Ошо тәңгәлдәге мөғжизә тураһында ишеткәс, һеҙҙең менән дә уртаҡлашырға булдым. Әҙәм балаһын өмөт һәм ышаныс йәшәтә бит!
Бер инәй улы махсус хәрби операцияға киткәндә ҡағыҙға
Әғүҙү билләһи минә-шшәйтаани-рраджиим.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим.
тип яҙа.
Һәм был доғаны уртаға ҡырҡа йәғни Әғүҙү билләһи минә-шшәйтаани-рраджиим тигән һүҙҙәр ҡағыҙҙың бер яртыһында, Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим тигән яртыһы икенсе ҡағыҙҙа ҡала. Унан Әғүҙү билләһи минә-шшәйтаани-рраджиим тип яҙылған ҡағыҙҙы улының кейеменә тегә. Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим тип яҙылғанан өйҙәрендә ҡалдыра, иң ҡәҙерле урынға, үргә һалып һаҡлай.
Мөғжизәһе нимәләме? Егет бер нисә мәртәбә ут эсендә ҡала, һәләк булған, яраланған иптәштәре була, ә ул имен-һау ҡала. Тиҙҙән ялға ла ҡайтасаҡ. “Һинең доғаң мине әллә нисә мәртәбә ҡотҡарҙы!”-тип рәхмәт әйтә ул ҡәҙерле кешеһенә.