Дин һәм иман
17 Июль 2023, 08:38

Аллаһы Тәғәләнән оял

- Бында кеше күп бит, оялам!  - Ниңә һин кешенән оялаһың? Аллаһы Тәғәләнән оял! Ул ябай кеше күрмәгәнде күрә, - тип аҡһаҡал яуап ҡайтара.

Аллаһы Тәғәләнән оялАллаһы Тәғәләнән оял
Аллаһы Тәғәләнән оял

Аллаһы Тәғәләнән оял
Хикмәтле хикәйәт

Көндәрҙең береһендә бөйөк дин әһелен оятҡа ҡалдырмаҡ булып, фәхишәне ебәрәләр. "Юл юҡ. Фахишә алдында ҡаршы тора алмаһа ла, уны асыуланып ҡыуып ебәрһә лә гөнаһлы буласаҡ", - тиҙәр.

Әммә дин әһеле асыуланмай ҙа, күҙҙәрен майландырып та ҡарамай. Тыныс ҡына
- Артымдан эйәр! - ти.

Улар халыҡ күпләп йыйылған урынға барып сығалар.
- Йә, теләгәнеңде эшлә! - ти фахишәгә.
- Нисек? - тип ҡаушауынан ҡысҡырып ебәрә.
- Нимәгә килдең һуң миңә? - тип һорай дин әһеле.
- Бында кеше күп бит, оялам!
- Ниңә һин кешенән оялаһың? Аллаһы Тәғәләнән оял! Ул ябай кеше күрмәгәнде күрә, - тип аҡһаҡал яуап ҡайтара.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас