+24 °С
Ямғыр


Пәйғәмбәребеҙ көнөнә йөҙ тапҡыр: «Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир», – тип уҡырға ҡушҡан.
Мәғәнәһе: «Тиңдәше булмаған берҙән-бер Алланан башҡа илаһ юҡ. Хөкөм һәм хакимиәт — Уның ихтыярында, маҡтауҙар — Уның үҙенә генә хас. Бөтә нәмәгә Уның көсө етә», — тип, доға ҡылған кешегә Аллһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай. Был көндә уға шайтан зәхмәте ҡағылмай.