Эй, хоҙайым, иман бирһәң ине,
Мәрхәмәтлек, тағы сабырлыҡ.
Тел ҡеүәһе бир һин кешеләргә,
Бер-бер(е)һенең күңелен табырлыҡ.
Ошо күктәр, ошо ерҙәр-һыуҙар,
Ошо һауа – булған бәрәкәт,
Булғанынса ғына була бирһен,
Миҙгел-миҙгел барһын хәрәкәт.
Эй, хоҙайым, бирсе беҙгә иман,
Мәрхәмәтлек, тағы түҙемдәр.
Кәрәк түгел беҙгә хәрәм алма,
Кәрәк түгел хәрәм йөҙөмдәр.
Хәләл көстө түгеп тапҡан ризыҡ
Хужа булһын беҙҙең өҫтәлгә.
“Бисмилла”лы булһын һәр эшебеҙ,
Сауаптарға сауап өҫтәргә.
Эй, хоҙайым, торған еребеҙҙә,
Тик изгелек итһен батшалыҡ.
Яҡты булһын күңел күктәребеҙ,
Хаҡ иманлы булһын бар халыҡ.
Тайпылмаһын кеше изгелектән,
Тайпылмаһын донъя күсәрҙән.
Хәҙистең дә аҫты-өҫкә килә,
Өтөрө генә хатта үҙгәрһә.
Гөлнара Хәлфетдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: