Дин һәм иман
28 Июнь 2023, 01:00

Ҡорбан ғәйете менән!

Үә ғаләйкүм әссәләм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү! Килеп етеп килгән Ҡорбан ғәйеттәрен күрергә насип иткән Раббыбыҙ Аллаһуның үҙенә маҡтауҙарыбыҙ булһын! Ҡорбан ғәйете ул – Аллаһҡа яҡынайыу. Раббыбыҙ кешеләрҙе бәхетле булһын өсөн яратҡан, әҙәм балаһы бәхетле булһын өсөн Аллаһҡа ышанырға тейеш һәм Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә тейеш. Шул саҡта әҙәм балаһы бәхеткә ирешә ала. Йылына бер мәртәбә Ҡорбан ғәйете көнөндә ҡорбан салабыҙ. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте булып, салған ҡорбандарыҙы ҡабулдарҙан ҡылһын. Илдәр тыныс булһын, донъялар имен булып, үҙебеҙ һау-сәләмәт булып, киләһе байрамдарҙы ла күререгә насип итһен!.. 

Ҡорбан ғәйете менән!Ҡорбан ғәйете менән!
Ҡорбан ғәйете менән!

Үә ғаләйкүм әссәләм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү! Килеп етеп килгән Ҡорбан ғәйеттәрен күрергә насип иткән Раббыбыҙ Аллаһуның үҙенә маҡтауҙарыбыҙ булһын! Ҡорбан ғәйете ул – Аллаһҡа яҡынайыу. Раббыбыҙ кешеләрҙе бәхетле булһын өсөн яратҡан, әҙәм балаһы бәхетле булһын өсөн Аллаһҡа ышанырға тейеш һәм Аллаһ ҡушҡанса йәшәргә тейеш. Шул саҡта әҙәм балаһы бәхеткә ирешә ала. Йылына бер мәртәбә Ҡорбан ғәйете көнөндә ҡорбан салабыҙ. Ғәйдел – ғәйет намаҙынан һуң   бер ҡорбан салып, яҡындарын, күршеләрен һәм фәҡирҙәрҙе хөрмәт ҡылыу үәджибтер.

Ғәйеттең тәртибе шулай: иртәнсәк тороп, ҡояш ҡалҡып бер сәғәт үткәс, иртәнге намаҙға барабыҙ.  Ҡорбан намаҙын уҡыу шулай уҡ үәджиб. Ир-егеттәр ҡорбан ғәйете намаҙын уҡырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар барһа ла була, бармаһа ла ярай.

Ике рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Имам имам булып, башҡалар эйәреп уҡый. Ҡорбан ғәйетенең айырмаһы шунда, “Әл-Фәтихә” сүрәһен уҡырҙан алда, өс мәртәбә тәҡбир әйтәбеҙ. Һуңғы рөҡүғтан алда өс мәртәбә тәҡбир әйтәбеҙ ҙә, дүртенсеһен әйтеп, рөҡүғҡа китәбеҙ.  Шул намаҙҙан һуң доғалар ҡылабыҙ ҙа ҡорбан салырға таралышабыҙ.

Байрамдың беренсе, икенсе, өсөнсө көнөндә салһаҡ, ҡорбан ҡорбандан китә.  Ҡорбан салыу аҡылы булған, балиғ йәшенә еткән, тормошо етеш булған, мөмкинлеге булған  кешегә ул үәджиб, әлхәмдүллиләһ. Үәджиб – ул фарыздан ҡала үтәлергә тейеш хеҙмәт. Мөмкинлегебеҙ бар икән, беҙ иң кәмендә һарыҡ салырға тейешбеҙ. Бер кешегә – бер һарыҡ йәки кәзә.

Ҡорбанлыҡ өсөн бөтөн ағзалары теүәл булған, сәләмәт, ҙур мөгөҙлө һимеҙ мал хәйерлерәк. Үтә ныҡ ябыҡ, йөрөй алмаҫ дәрәжәлә сатан, ҡолағының, мөгөҙөнөң йә ҡойроғоноң өстән бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан, бер күҙе һуҡыр үә ҡолаҡһыҙ, йә ҡойроҡһоҙ мал ҡорбанлыҡ өсөн ярамай.

Ҡорбан ғәйет намаҙы уҡығандан һуң ғына салына. Алдан ярамай. Кистән, йәки иртән, ғәйет намаҙына тиклем салып әҙерләп ҡуйыу дөрөҫ булмай, ул ҡорбандан китмәй. Был ғәмәлде Раббыбыҙ Аллаһтың аятына таянып ҡылабыҙ. “Әл-Кәүҫар” сүрәһендә былай тип әйтелә: “Биссмилләәһи-ррәхманир-ррахим. Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫар. Фәсалли ли-раббикә үәнхали”. Тәржемәһе: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Беҙ, ысынлап та, һиңә муллыҡ бирҙек. Шуның өсөн раббыңа намаҙ уҡы, ҡорбан сал!”  Йәғни мин һиңә күп ниғмәттәр бирҙем, шулай булғас, намаҙ уҡы, ҡорбан сал, ти. Шуға таянып, беҙ тәүҙә намаҙ уҡыйбыҙ, шунан ҡорбан салабыҙ. 

Килеп етеп килгән ғәйет байрамы менән ҡотлайбыҙ! Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте булып, салған ҡорбандарыҙы ҡабулдарҙан ҡылһын. Илдәр тыныс булһын, донъялар имен булып, үҙебеҙ һау-сәләмәт булып, киләһе байрамдарҙы ла күререгә насип итһен. Үә ғаләйкүм әссәләм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас