Дин һәм иман
26 Июнь 2023, 14:35

Ҡорбан ғәйете - изге байрам

Радий Хәбиров, был көндө эше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, байрам намаҙында ҡатнашырға йыйыныуын әйтте...

Ҡорбан ғәйете - изге байрамҠорбан ғәйете - изге байрам
Ҡорбан ғәйете - изге байрам

Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында дини йолаларҙы үтәүгә яуаплы ҡарарға ҡушты. Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, ул властарҙың дини ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырырға тейешлеген билдәләне.

«Беҙҙә 28 июндә изге байрам — Ҡорбан ғәйете. Белеүемсә, ветеринария идаралығы ҡорбанлыҡ малды салыу өсөн махсус урындар әҙерләгән. Яуаплыларҙы ошо яҡты байрамды ойоштороуға етди ҡарауығыҙҙы һорайым», — тип билдәләне республика Башлығы.

Радий Хәбиров, был көндө эше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, байрам намаҙында ҡатнашырға йыйыныуын әйтте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас