+24 °С
Ямғыр
30 июнь һәм 1 июль районда түңгәүер ырыуы йыйыны үтәсәк. Тәүге көндө Ишбирҙе, Әбделкәрим, Янғаҙы ауылдары һәм Сибай ҡалаһы мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк. Ҡунаҡ көткәндә һәр кем йорт-ихатаһын тәртипкә килтерә. Бөгөн унда бар йәһәттән әҙерлек эштәре бара. Кисә Ишбирҙе ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары ауылды төҙөкләндереү өсөн өмәгә сыҡты. Иман йорто - мәсеттең яңыртылған ҡоймаһын буянылар. Һуңынан ауыл ҡапҡаһын тәртипкә килтерҙеләр. Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙарттылар.
Фото Ишбирҙе ауылы клубы төркөмөнән алынды.