Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
5 Июнь 2023, 17:00

Таҙалыҡ - диндең яртыһы

Аҡ кейемдәр кейеп йөрөгөҙ, улар пак та, матур ҙа. Мәрхүмдәрегеҙҙе аҡ кәфенгә төрөгөҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ хозурына барғанда ҡамыт-дуғаларығыҙ төҙөк һәм биҙәкле булһын, насар кейемде, тәртипһеҙлекте, насар телле булыуҙы Аллаһ һөймәй. Бөтәһе лә тәртиптә булһын. Аллаһ тәүбә итеп гонаһтарҙан төҙәлгәндәрҙе, күңелен һәм тәнен паклап ҡына торғандарҙы ярата...

Таҙалыҡ - диндең яртыһы
Таҙалыҡ - диндең яртыһы

Эй, әҙәм балалары! Кешеләргә күрһәтеп бармаған, күрһәтергә тейеш булмаған ерҙәрегеҙҙе ҡаплар өсөн, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөр өсөн дә Беҙ һеҙгә кейемдәр бирҙек. Кейемдең иң яҡшыһы – тәҡүәлек һәм әҙәп кейеме.

Эй, әҙәм балалары! Ата-әсәгеҙҙе йәннәттән ҡыуҙырыу өсөн бына ошо тәҡүәлек, күндәмлек кейемдәрен һалдырып, шайтан уларға үҙҙәренең яланғас булыуын күрһәтеп бирҙе. Һеҙҙе лә ул шулай алдамаһын. Шайтан да, уның дуҫтары ла һеҙҙе күреп тора, һеҙ генә уларҙы күрмәйһегеҙ. Иблесте Беҙ иманһыҙҙарҙың дуҫы иттек.

Эҫенән һаҡлар өсөн дә, нәфсе аҙғынлығынан һәм бер-берегеҙҙең яуызлығынан һаҡлар өсөн дә Беҙ һеҙгә кейемдәр бирҙек.

Раббыңды олола, кейемеңде бөхтә итеп тот, нәжестәрҙән һаҡлан.

Аҡ кейемдәр кейеп йөрөгөҙ, улар пак та, матур ҙа. Мәрхүмдәрегеҙҙе аҡ кәфенгә төрөгөҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ хозурына барғанда ҡамыт-дуғаларығыҙ төҙөк һәм биҙәкле булһын, насар кейемде, тәртипһеҙлекте, насар телле булыуҙы Аллаһ һөймәй. Бөтәһе лә тәртиптә булһын.

Аллаһ тәүбә итеп гонаһтарҙан төҙәлгәндәрҙе, күңелен һәм тәнен паклап ҡына торғандарҙы ярата.

Таҙалыҡ – диндең яртыһы. Аллаһ пак – Ул паклыҡты ярата.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: