Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
2 Июнь 2023, 11:55

Шифалы ямғырҙар ебәр, Раббым!

Унан Раббынан тағы ла ялбарып ямғыр һорай. Уға: - Арағыҙҙа ауыр гонаһлы кеше бар. Шул гонаһын танып, ғәфү итеүҙе һорамайынса ямғыр яумаясаҡ,- тигән яуап килә. Муса пәйғәмбәр был хәбәрҙе халыҡҡа әйтә. Шул саҡ ҡапыл көслө ямғыр яуа башлай. Муса пәйғәмбәр аптырап Хаҡ Тәғәләгә мөрәжәғәт итә...

Шифалы ямғырҙар ебәр, Раббым!
Шифалы ямғырҙар ебәр, Раббым!

Шифалы ямғырҙарыңды ебәр, Раббым!

Дин әһеленең аятта һөйләгәненән. Яңылышлыҡтар булһа – ғәфү итегеҙ.

Муса пәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорай. Әммә уның теләге ҡабул булмай. Был хәл күпмелер ваҡытҡа һуҙыла. Муса пәйғәмбәр Хаҡ Тәғәлә үҙенең теләктәрен быға тиклем ҡабул ҡылып килгәнгә, ә хәҙер һорауы яуапһыҙ ҡалғанға бик аптырай.

Унан Раббынан тағы ла ялбарып ямғыр һорай.

Уға:

- Арағыҙҙа ауыр гонаһлы кеше бар. Шул гонаһын танып, ғәфү итеүҙе һорамайынса ямғыр яумаясаҡ,- тигән яуап килә.

Муса пәйғәмбәр был хәбәрҙе халыҡҡа әйтә. Шул саҡ ҡапыл көслө ямғыр яуа башлай. Муса пәйғәмбәр аптырап Хаҡ Тәғәләгә мөрәжәғәт итә:

- Нисек инде, мин күпме ваҡыт һораным яуҙырманың...

Уға бындай яуап төшә:

- Гонаһлы бәндәм үҙенең гонаһын таныны һәм башҡа ундай гонаһтарҙы ҡылмаҫҡа тырышасағын әйтте. Мин уны ғәфү иттем.

 

Йома көндө һәр кемдең теләге ҡабул булған мәл була, ти. Шуға күрә Хоҙай Тәғәләнән гонаһтарҙы ярлыҡауҙы һорап, шифалы ямғырҙар ебәреүен һәм тик изге теләктәр теләргә кәрәк.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: