Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
2 Июнь 2023, 09:15

Мерәҫ мәсете

Мерәҫ ауылында мәсет төҙөү ауыр барҙы. Күпселектә үҙебеҙҙең шәхсән аҡса түгелде. Ә мәсеттең ҡыйығын ябыу, тәҙрәләр ҡуйыу, иҙәндәрен эшләү ауылдаштарҙың хәйриә аҡсаһына башҡарылды. 11 йыл эсендә мәсетте асыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ. Махсус хәрби операцияға барыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбировҡа бер генә теләгем – Мерәҫ мәсетен һалып бөтөү хыялым булыуын әйттем. Радий Фәрит улы минең теләкте аңлап ҡабул итте һәм мәсет төҙөүгә 3 миллион һум аҡса бүлергә вәғәҙәләне. Һәм ул һүҙендә торҙо...

Мерәҫ мәсете
Мерәҫ мәсете

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла булған Хәмзә хәҙрәт Хафизов үҙенең сикһеҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты.

Хәмзә Хафизов:

- Һеҙҙең алдығыҙҙа минең тормошомдоң бер өлөшө. Мөһим өлөшө. Фотоларҙа – Мерәҫ ауылында буласаҡ мәсет.

Уның тарихы 2012 йылда башланды. Ул ваҡытта иҫке ағас мәсетте реконструкциялау теләге уянды. Уны һүтеп алып күрше Бәхтигәрәй ауылына бирҙек.

Мерәҫ ауылында мәсет төҙөү ауыр барҙы. Күпселектә үҙебеҙҙең шәхсән аҡса түгелде. Ә мәсеттең ҡыйығын ябыу, тәҙрәләр ҡуйыу, иҙәндәрен эшләү ауылдаштарҙың хәйриә аҡсаһына башҡарылды. 11 йыл эсендә мәсетте асыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалдыҡ.

Махсус хәрби операцияға барыр алдынан республика Башлығы Радий Хәбировҡа бер генә теләгем – Мерәҫ мәсетен һалып бөтөү хыялым булыуын әйттем. Радий Фәрит улы минең теләкте аңлап ҡабул итте һәм мәсет төҙөүгә 3 миллион һум аҡса бүлергә вәғәҙәләне. Һәм ул һүҙендә торҙо.

Минең янымда төҙөүселәр бригадаһын етәкләүсе Руслан Әүхәт улы. Ул мәсетте төҙөп бөтәсәк. Уның ҡулында Мерәҫ мәсетенең проекты. Мине ҡулымда хәҙерге мәсеттең һүрәте.

Ошо изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде еткерәм.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: