+4 °С
Болотло
Фәһемле ҡисса
Күрше хаҡы
Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә килеп берәү күршеһенә зарлана: “Сабыр ит!” ти пәйғәмбәр. Әммә сабыр итеү бер файҙа бирмәгәс, дүртенсе килеүендә: “Әйберҙәреңде урамға сығарып ҡуй!”-тип кәңәш бирә.
Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә эшләй кеше: әйберҙәрен урамға сығарып ҡуя ла, үҙе шунда барып ултыра. “Нимә булды?” тип һорайҙар унан үтеп-һүтеп йөрөгәндәр.
“Күршем насар, йәшәр хәлем ҡалманы”,- ти кеше.
Быны күргән кешеләрҙең һәр береһе шул ваҡыт: “Уға Аллаһтың ләғнәте төшһөн!” тип үтә башлай.
Был хәлдән бөтөнләй ғажиз ҡалған күршеһе: “Әйберҙәреңде өйөңә индереп ҡуй. Аллаһм менән ант итеп әйтәм: башҡаса һиңә бер ниндәй зыян килтермәм”-тип ялына.
Ике аралағы ыҙғыштар туҡтап ҡала.