Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
20 Май 2023, 15:05

Ата-әсә нәсихәте

Ир менән ҡатын хаҡтарын, хоҡуҡтарын, Ризаитдин бин Фәхретдин әйтмешләй, бер йән, бер тән булып йәшәү серҙәрен ата-әсә йәштәргә ғаилә төҙөлгәнсе, егет-ҡыҙ ҡауышҡансы аңлатырға бурыслы. Мәҫәлән, күренекле Ислам ғалимдарынан Fабдулла ибн Йәғәфәр ҡыҙын кейәүгә биргәндә, ата булараҡ, түбәндәге нәсихәттәрҙе әйткән...

Ата-әсә нәсихәте
Ата-әсә нәсихәте

Ғаилә мәсьәләһен ҡасан төшөнә башларға? Ата-әсә балаларын үҙ ғаиләһен ҡорорға ҡасан әҙерләй башларға тейеш? Ошондай һорауҙар бер-бер артлы тыуып тора.

Ир менән ҡатын хаҡтарын, хоҡуҡтарын, Ризаитдин бин Фәхретдин әйтмешләй, бер йән, бер тән булып йәшәү серҙәрен ата-әсә йәштәргә ғаилә төҙөлгәнсе, егет-ҡыҙ ҡауышҡансы аңлатырға бурыслы. Мәҫәлән, күренекле Ислам ғалимдарынан Fабдулла ибн Йәғәфәр ҡыҙын кейәүгә биргәндә, ата булараҡ, түбәндәге нәсихәттәрҙе әйткән: “Эй, балам, көнләшеүҙән, үҙ һүҙеңде генә һүҙ итеүҙән һаҡлан, сөнки ул — айырылышыуҙың асҡысы. Күп әрләшеүҙән, даулашыуҙан, иреңдең кәмселектәрен генә күреүҙән һаҡлан, сөнки ул мөхәббәтте һүндереп, дошманлыҡҡа алып килә. Үҙең һәр ваҡытта күҙеңә һөрмә тарт, сөнки ул зиннәттәрҙең-зиннәте. Хушбуйҙың иң яҡшыһы — Һыу. Йәғни һәр ваҡыт һыу менән йыуынып, акланын йөрө, һинән тик тәбиғи хуш еҫтәр генә сығып торһон”.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: