+4 °С
Болотло
Мәсет яңы ҡапҡалы булды!
Ауылымдың берҙәм ир-егеттәре менән башланған мәсеттәге өмә гөрләй. Тағы ла бер ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашып үтәбеҙ: Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Фәнүр Ҡотдос улы Рыскулов мәсеткә яңы ҡапҡа бүләк итте. Бүләк итеү генә түгел, ҡустыһы Венер менән урынлаштырып та ҡуйҙылар. Ҙур рәхмәт һеҙгә, егеттәр! Ҡапҡаны бисмилла тип асҡан һайын һеҙгә сауабы тейһен Ауыл халҡын ҡыуандырған да, үҙегеҙ өсләтә ҡыуанып йәшәгеҙ.Ауылыбыҙҙа шундай ир-егеттәр булыуы ҡыуаныс!
Әлиә Дыуытбаева,
Күгиҙел ауылы китапханасыһы.