Дин һәм иман
17 Апрель 2023, 09:20

Фитыр саҙаҡаһы күпме бирелергә тейеш?

Баймаҡ ҡалаһының “Нәсихәт”мәсете имам-хатибы Камил хәҙрәт Алсынбаев бына нимә тип белдерә: Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Рамаҙан айында һәр мосолман үҙенә һәм үҙ ҡарамағындағы кешеләргә фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Был изге ғәмәл. Уны Ураҙа байрамына тиклем биреп ҡуйыу мотлаҡ. Күләме ғаиләнең матди хәленә ҡарап билдәләнә. Быйыл ул ярлы ғаиләнең һәр ағзаһына 150 һумдан тура килә. Урта хәллеләргә – 400 һум, ә етеш йәшәгән, бай ғаиләләргә 800 һумдан билдәләнә, тип хәбәр итте беҙгә Баймаҡ ҡалаһының “Нәсихәт”мәсете имам-хатибы Камил хәҙрәт Алсынбаев.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:F--QX7JTNv0

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас