Бөгөн, Рамаҙан айының матур бер көнөндә, "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн Ишмырҙа ауыл мәсетендә "Мәсет - тәрбиә үҙәге" исемле бик файҙалы сара үтте. Әңгәмәне ауылыбыҙ мәсетенең мәхәллә совҽты Баязит Дәминдәр улы, Рәсимә Хөрмәт һәм Миңнур Ирғәле ҡыҙы алып барҙы. Йәш быуынға ислам динҽн ҽткҽрҽү, дөрөҫ тәрбиә бирҽү, ислам ҡанундарын дөрөҫ итҽп ҡабул итҽү юлдары һәм Рамаҙан айы хаҡында һөйләшҽү алып барылды. Балалар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алдылар, үҙҙәре белгән доға - сүрәләрен дә ятлап ишеттерҙеләр. Иң күбеһе Ишмырҙиндә Илзидә "Фатиха", "Ихлас", "Нәс" сүрәләрен һөйләп күрһәтте. Афарин.
Балалар—беҙҙең киләсәгебеҙ. Шуға күрә уларҙың күңелдәренә тик изгелек орлоҡтарын ғына сәсеү зарур. «Кескәйҙәр мәсеттә өйрәнгән доғаларҙы ғүмерлеккә иҫтәрендә ҡалдырыр, аҙаҡ беҙҙең өсөн доға ҡылыр. Балалар ошо дәрестәр арҡылы динде дөрөҫ итеп дауам итеүсе изге вариҫтарыбыҙ булһын ине»,—тигән изге теләктәрҙә ҡалдылар әхлаҡ, дин ғилемен биреүсе Рәсимә һәм Миңнур абыстайҙар. Уның изге теләктәренең тормошҡа ашыуын, өмөттәренең аҡланыуын теләп ҡалабыҙ.
Ләлә Тләүсина,
Ишмырҙа ауылы китапханасыһы.