Ишмөхәмәт ауылы "Нуриман" мәсетендә ифтар мәжлесе үтте. Ауылдың уңған "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары ауылдаштарын ифтар мәжлесенә йыйҙы.
Йыйылған халыҡ тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ һаулығына, ил-көн тыныслығы, именлеге өсөн доға ҡылып, ойоштороусыларға ихлас күңелдән рәхмәт уҡып таралышты.
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын, изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
Ихлас күңелдән ифтар мәжлесен йүгереп йөрлөп әҙерләгән Айһылыу Кәлимуллина, Рәйлә Мансурова, Рәмзиә Йәрмөхәмәтова, Миңһылыу Сәлимова, Көнһылыу Сәфәрғәлина, Мәрзиә Моталова, Асия Үлйәбаева, Мәүлиә Йәрмөхәмәтова, Нәйлә Кильсенбаеваларға рәхмәт белдерәбеҙ! Сауаптары насип булһын, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, ғаиләгеҙгә именлек, йортоғоҙға бәрәкәт, ни теләйегеҙ алдығыҙға шул килһен, сауыптарын насип итһен.
Миңһылыу Сәлимова,
Ишмөхәмәт ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.