Әсәләр көтәләр улдарын Йомаш ауылы мәсетендә шундай исем аҫтында ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан ҙур ифтар мәжлесе үтте. Сараның ҡунаҡтары - хәҙерге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби бурысын үтәүсе егеттәребеҙҙең ата-әсәләре ине. Егеттәребеҙ иҫән-һау хеҙмәт итеп, теүәллектә тыуған илебеҙгә ҡайтыуҙарын теләп доғалар ҡылдыҡ, хәйер-саҙаҡалар өләштек. Ошо ҙур сараны үткәреүҙә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар советынан: Айгөл Әсхәтовнаға, Зәйтүнә Хажиәхмәтовнаға, Лүзә Хәйҙәровнаға, Альбина Шөғәйеповнаға, Зөлфиә Сабиръяновнаға, Таңсулпан Мөхтәровнаға, ағинәйҙәр советынан Ғәшүрә Сәлихйәновнаға, Алһыу Алсынбаеваға оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп килгән ата-әсәләргә, имам хатиб Илфат Рәфҡәт улына рәхмәт. Ошоларҙың барыһынан сығып, атыр таңдарыбыҙ - алһыу, көндәребеҙ - уңдырышлы, төндәребеҙ - айлы, йондоҙло һәм тыныс үтһен, тигән теләктә ҡалабыҙ. Хәҙисә Райманова, Йомаш ауылы ҡатын ҡыҙҙар советы рәйесе.