РАМАҘАН АЙЫ АЛДЫНАН УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒА.
Убада ибн Самит, Аллаһ уның менән риза булһын, еткереүе буйынса, Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ), сәхәбәләренә Рамаҙан айы башланыр алдынан киләһе доғаны өйрәткән:
«Аллахумма саллимни ли Рамадана уа саллим Рамадана ли уа саллимху ли мутакаббаля»
"Раббым! Мине Рамаҙан өсөн һаҡла, минең өсөн Рамаҙанды һаҡла һәм минән уны ҡабул ит ".
(См.: «Китабу дуʼа» имама Табарани, хадис № 912; «Хаяту сахаба» (т. 3, с. 182) и «Канзуль-ʼуммаль» (т. 8, с. 584)
Тәфсире.
«Мине Рамаҙан өсөн һаҡла»:
Раббым! Мине һаулыҡта һәм ошо айҙан файҙа ала алырлыҡ хәлдә һаҡла. Рамаҙан айында ураҙа тоторға, ғибәҙәт ҡылырға ҡамасаулаған хәлдәр миңә тарымаһын.
"Минең өсөн һаҡла Рамаҙан айын": Раббым! Ошо айҙан тулыһынса файҙа алыр өсөн миңә тәүфиҡ бир. Күп кешеләр файҙа алырлыҡ хәлдә, тик күптәре бының менән ҡулланмай. Был кешеләрҙе йәл! Аллам һаҡлаһын.
"Ҡабул ит минән уны": Эй, Раббым! Был айҙың бушҡа үтеүенән, ҡылған ғибәҙәттәремдең ҡабул булмауынан һаҡла.
1. Имам Табарани, Аллаһ риза булһын, еткерә: күренекле табиин Макхуль,Аллаһ риза булһын, ошо доғаны Рамаҙандың башында уҡыған. (Китабу дуʼа ли Табарани, хадис № 913).
2. Ул тағы ла ʼАбдуль-ʼАзиза ибн Аби Равваданан еткерә (159-сө йыл хижри буй-са): мосолмандар ошондай доғаларҙы уҡыған. (там же, хадис № 914).
3. Имам Мухаммад ибн Насар аль-Марвази «Кыямуль-лайль»да яҙған: сәхәбәләр һәм табииндар ҙа, Аллаһ улар менән риза булһын, Рамаҙан алдынан ошо доғаны уҡыған.(Мухтасар Кыямуль-лейль, с. 98).
4. Хафиз Ибн Раджаб, Аллаһ риза булһын, еткерә: «Яхья ибн Аби Касир, Аллаһ риза булһын, әйткән: "Уларҙың(сәхәбәләрҙең һәм табииндарҙың) йолалары булып, ошо доғаны уҡыу булған"». (Латаифуль-Маʼариф, с. 280).
Ошо килтерелгәндәрҙән алып, имам Суюты, Аллаһ риза булһын, был хәҙисте ысынға һынағандыр.( Канзуль-ʼуммаль, т. 8, с. 584).
ҠАСАН УҠЫРҒА БЫЛ ДОҒАНЫ?
Яхьи ибн Аби Касирҙа, Аллаһ риза булһын, киләһе фекерләү ҡулланыла:
اللهم سلمني إلى رمضان
«Эй, Раббым! Һаҡла мине Рамаҙан айына» .
Шунлыҡтан, был доға Рамаҙан айы алдынан уҡылырға тейеш.
Аллаһ Тәғәлә яҡшыраҡ белә????
Сығанаҡ:https://vk.com/tura_yul?w=wall-171671685_2124
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: