Дин һәм иман
26 Февраль 2023, 11:00

Сабыр үләне лә була...

Ҡыҙҙарҙың береһе әрйәне әле бер иңенә, әле икенсе иңенә алмаштыра-алмаштыра барып та хәле ҡалмағас: “Уф!” -тип ергә сүгәләп ултыра ла: - Һинең дә йомортҡаларың минеке тиклем үк бит. Нисек һин шулай тыныс ҡына бараһың, етмәһә, уйнап-көлөп тә алаһың?-ти икән...

Сабыр үләне лә була...Сабыр үләне лә була...
Сабыр үләне лә була...

Сабыр үләне

Әрйәләренә йомортҡа тултырып ике ҡыҙ баҙарға юл тота.

Ҡыҙҙарҙың береһе әрйәне әле бер иңенә, әле икенсе иңенә алмаштыра-алмаштыра барып та хәле ҡалмағас: “Уф!” -тип ергә сүгәләп ултыра ла:

- Һинең дә йомортҡаларың минеке тиклем үк бит. Нисек һин шулай тыныс ҡына бараһың, етмәһә, уйнап-көлөп тә алаһың?-ти икән.

Икенсе ҡыҙ әйткән:

- Дөрөҫ, миңә лә еңел түгел. Тик айырма шунда: әрйәмә мин ауырлыҡты еңеләйтә торған бер үлән һалдым.

- Ниндәй үлән?

- Сабыр үләне,-тигән иптәш ҡыҙы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас