Дин һәм иман
26 Февраль 2023, 06:35

Күрше хаҡы

“Күршем насар, йәшәр хәлем ҡалманы”,- ти кеше. Быны күргән кешеләрҙең һәр береһе шул ваҡыт: “Уға Аллаһтың ләғнәте төшһөн!” тип үтә башлай...

Күрше хаҡыКүрше хаҡы
Күрше хаҡы

Күрше хаҡы

Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә килеп берәү күршеһенә зарлана: “Сабыр ит!” ти пәйғәмбәр. Әммә сабыр итеү бер файҙа бирмәгәс, дүртенсе килеүендә: “Әйберҙәреңде урамға сығарып ҡуй!”-тип кәңәш бирә.

Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә эшләй кеше: әйберҙәрен урамға сығарып ҡуя ла, үҙе шунда барып ултыра. “Нимә булды?” тип һорайҙар унан үтеп-һүтеп йөрөгәндәр.

Күршем насар, йәшәр хәлем ҡалманы”,- ти кеше.

Быны күргән кешеләрҙең һәр береһе шул ваҡыт: “Уға Аллаһтың ләғнәте төшһөн!” тип үтә башлай.

Был хәлдән бөтөнләй ғажиз ҡалған күршеһе: “Әйберҙәреңде өйөңә индереп ҡуй. Аллаһм менән ант итеп әйтәм: башҡаса һиңә бер ниндәй зыян килтермәм”-тип ялына.

Ике аралағы ыҙғыштар туҡтап ҡала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас