Дин һәм иман
22 Февраль 2023, 15:00

Бала ... сағамы?

-Эйе шул,-тигән шунда булғандарҙан берәү бик тә көрһөнөп,-заманалар ауыр, бала-саға күп, сығымдар артып китте. Бер ҙә осон-осҡа ялған булмай. -Балаһы-бала, ә саға тигәне нимә була һуң?-тигән икенселәр...

Бала ... сағамы?Бала ... сағамы?
Бала ... сағамы?

Бер нисә кеше бергә йыйылып, донъяға зарланып ултыра икән.

-Эйе шул,-тигән шунда булғандарҙан берәү бик тә көрһөнөп,-заманалар ауыр, бала-саға күп, сығымдар артып китте. Бер ҙә осон-осҡа ялған булмай.

-Балаһы-бала, ә саға тигәне нимә була һуң?-тигән икенселәр.

Эргәләрендә балаларынан күп яфа сиккән бер ҡарт та бар икән, шул әйткән:

-Балалар араһында саға торғаны була, шуны, “саға” тип әйтәләр,-тигән.

Бөгөн беҙ балалар кәмеп, “сағалар” артып торған бер заманда көн итеп ятабыҙ, шикелле. Сәбәптәре тураһында уйлана ғына белмәйбеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас