

Күңелендә Ҡөрьәндән бер нәмә лә булмаған кеше емерек өйгә оҡшаш, тигән боронғолар.
Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, бер ваҡыт үҙенең сәхәбәләренән һорай: «Һеҙҙең арағыҙҙан кем дә булһа берәү бер төн эсендә Ҡөрьәндең өстән бер өлөшөн уҡып сыға аламы?» - ти. Сәхәбәләр өсөн был бик ауыр ҙа, мөмкин дә булмаҫ эш кеүек тойола һәм улар: «Беҙҙең аранан быны кем эшләй алыр? Юҡ, эшләй алмаҫ», - тигәндәр. Шул ваҡыт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, «Ихлас» сүрәһен уҡый. «Бына ошо, - ти ул, - Көрьәндең өстән бер өлөшө була».
Пәйғәмбәребеҙ тағы ла әйткән: «Йома намаҙынан һуң «Ихлас» сүрәһе менән Мүғәүәҙҙәтәйн, йәғни «Әл-Фәләҡ» менән «Ән-Нас» сүрәләрен ете тапҡыр уҡыған кешене Аллаһ аҙна дауамында төрлө бәлә-ҡазаларҙан, бәхетһеҙлектәрҙән, насар эштәрҙән һаҡлай», - тигән.
Төрлө яуызлыҡтарҙан ҡурсалаусы ике сүрә - мүғәүәҙҙәтәйн ингәнсе пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, үҙен ендәр зәхмәтенән һәм яман күҙҙәрҙән һаҡлауын һорап, Аллаһы Тәғәләгә үҙ һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итә торған була.
Көрьән - бөйөк китап, изге китап, аҡыллы китап. Уны уҡырға теләгән, уҡыған, унан айырыла алмаған бәндәләрҙең бына 1400 йылдан ашыу инде уны уҡып та туйғаны, уның тәрән мәғәнәләрен аңлап та бөтә алғаны юҡ.
Дини календарҙән