Дин һәм иман
12 Февраль 2023, 05:00

ИТӘҒӘТ ЙОЛАЛАРЫ

Әсәйеңдең фатихаһын иң көслө кешеләрҙең маҡтауынан да алда йөрөт...

ИТӘҒӘТ ЙОЛАЛАРЫИТӘҒӘТ ЙОЛАЛАРЫ
ИТӘҒӘТ ЙОЛАЛАРЫ

Атайыңдан алда өҫтәл артына ултырма – тапҡан малың үҙеңдән алда юғала торор

Атайҙың һүҙе алтын, тыңламаһаң – алтын биреп тә түләй алмаҫһың

Атайыңдан алда аш башлама – өлөшһөҙ ҡалырһың

Атайыңдан алда һүҙ һөйләмә – алйот тиерҙәр

Әсәй – Тәңренән һуң икенсе йән

Әсәйеңдең фатихаһын иң көслө кешеләрҙең маҡтауынан да алда йөрөт

Ир кеше – ил терәге, ҡыҙ кеше – ил биҙәге, кеше – донъя үҙәге, кеше бул

Көнләшеү – сир. Яҡшы һүҙ әйтеп дауалан

Кешенең аҡсаһын һанағансы, үҙеңдең күләгәңде байҡа

Батыр булам тиһәм – тауға менеп йөрө, сәсән булам тиһәң – яҡшы һүҙ һөйләп йөрө

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас