Дин һәм иман
11 Февраль 2023, 05:00

Хәҙис-шәрифтәр

Кешеләрҙең Аллаһтан ҡурҡа белмәүе шайтандарҙы ишәйтә. Ҡайҙа булһағыҙ ҙа, Аллаһтан ҡурҡығыҙ, бер насарлыҡ эшләһәгеҙ, уның артынан уҡ насарлыҡтарҙы юйып ташлай алырлыҡ яҡшылыҡ эшләп ҡуйығыҙ...

Хәҙис-шәрифтәрХәҙис-шәрифтәр
Хәҙис-шәрифтәр

Хәҙис-шәрифтәр

Әгәр ҙә бер кеше тура юлды таба икән, тапҡан юлы – үҙе өсөн файҙа; әгәр ҙә берәү юлдан яҙып, аҙашыуға бара икән, үҙенә зыян килтереү өсөн аҙаша. Кешегә тейеш булған йөктө бер кем дә күтәреп йөрөмәй.

Һәр милләтең үҙ ҡиблаһы бар, һәр берегеҙ үҙ ҡиблаһына йүнәлер.

Кешеләрҙең Аллаһтан ҡурҡа белмәүе шайтандарҙы ишәйтә. Ҡайҙа булһағыҙ ҙа, Аллаһтан ҡурҡығыҙ, бер насарлыҡ эшләһәгеҙ, уның артынан уҡ насарлыҡтарҙы юйып ташлай алырлыҡ яҡшылыҡ эшләп ҡуйығыҙ. Кешеләр менән мөнәсәбәттә игелекле булығыҙ.

Әгәр ҙә бер кеше Аллаһы Тәғәләнең дин тураһындағы нәсихәтен шөкөрана менән ҡабул итһә, уның өсөн – оло ниғмәт-хазина; ҡабул итмәһә, Ҡиәмәт көнөндә был уның гонаһтар үлсәмен арттырыуға бер сәбәпкә әйләнеп, Аллаһтың асыуына лайыҡ булыр.

Күркәм холоҡ – мосолмандың төп хазинаһы.

Бер эште алдыңа алыр булһаң: “Быны иртәгә эшләрмен!”-тип әйтмә: “Аллаһ теләһә эшләрмен!”-тиң. “Аллаһ теләһә” тип әйтергә онотһаң, хәтереңә төшөү менән шул һүҙҙәрҙе ҡабатла.

Ҡиәмәт көнөндә иманлы кешенең үлсәүендә иң ауыр тартҡаны әҙәп буласаҡ. Әҙәпһеҙлекте, боҙоҡлоҡто, оятһыҙлыҡты Аллаһ һөймәй.

Изге күңелле кешеләрҙә көнсөлөллөк булмай.

Кеше йоҡонан уяныу менән уның һәр ағзаһы: “Аллаһтан ҡурҡ, беҙҙең хаҡҡа теләһә нәмәнән тыйылып тора бел, сөнки бөтә язаларҙы беҙ һин һөйләп кенә торған һүҙҙәр сәбәпле аласаҡбыҙ,- тип иң элек бәндәнең теленә мөрәжәғәт итер. - Ғәҙәттә, беҙ һин әйткәндәргә буйһонабыҙ, ялған һүҙ һөйләмә, һин хаҡты һөйләһәң, беҙ ҙә ғәҙел булырбыҙ, һин юлдан яҙһаң, һин өйрәткәндәр артынан барып, беҙ ҙә һиңә оҡшап ҡалырбыҙ”,-тиер”,-ти.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас