+24 °С
Ямғыр


Бер ваҡыт, килергә вәғәҙә биреп тә, бик оҙаҡ килмәй тора Ябраил, ғәләйһис-сәләм. Көтә-көтә ифрат та ауыр хәлгә ҡалғас, әрнеп өйөнән сыға пәйғәмбәр һәм ... Ябраилды осрата, килмәй тороуының сәбәбен белергә теләй.
- Беҙ, ти Ябраил, ғәләйһис-сәләм, - эт йәки төрлө һүрәттәр булған өйгә инмәйбеҙ.
Ибн Ғаббастан ҡалған бер риүәйәттә пәйғәмбәребеҙҙең: “Өйөндә эт аҫраған кешенең – әгәр ҙә ул эт һунар йәки ихатаны һаҡлау өсөн генә аҫралмаһа – әжер-сауаптары көн һайын кәмей бара” -тигән һүҙҙәре килтерелә.