

Динебеҙ өйрәтә
Кеше ғүмере шәм кеүек булып янып тора. Шәмдәге майҙы ни тиклем генә һаҡлап тотһаң да, ул барыбер янып бөтә. Шуға ҡарамаҫтан, үҙенең тәрбиәһеҙлеге арҡаһында тормошта ғүмерҙең ҡәҙерен белмәгәндәр тулып ята: янаһы майы, филтәһе етерлек шәмде елгә ҡаршы ҡуйып, ул уны тиҙерәк яндырып бөтөрөргә тырыша.
Намаҙ уҡы! Намаҙ ул боҙоҡлоҡтан, ғәйепле эштәрҙән ҡурсалап тора.
Көндөң ике тарафында иртәнге, өйлә, икенде намаҙҙарын, кисен – аҡшам, йәстү намаҙҙарын уҡығыҙ. Улар – игелек. Игелекле эштәр яманлыҡты юйып тора. Аңлап ҡалырға теләүселәр өсөн былар - киҫәтеү
Намаҙ – ул бәндәнең Раббыһы ҡаршыһындағы урынын белеп, күндәмлек күрһәтеп Аллаһ менән әңгәмә ҡороуы.
Таң атҡанда иртәнге намаҙҙы уҡығыҙ. Иртәнге намаҙға фәрештәләр шаһит булып тора. Төндә тороп та намаҙ уҡығыҙ. Был намаҙ – бик тә сауаплы нәфел намаҙы. Уның өсөн Раббығыҙ һеҙгә урындың иң дәрәжәлеһен бирер.
Игелекле эштәрҙе, изге ниәттәрҙе “Бисмилла” һүҙе менән башлау сәбәпле мөһим бер маҡсатҡа – уңышһыҙлыҡтар әсеһен татып тороуҙарҙан арынып, Аллаһ ярҙамы менән хаҡ юл, күңел тыныслығы табыу, именлеккә, байлыҡ-муллыҡҡа өлгәшеү мөмкинлегенә юл асыла.