Дин һәм иман
3 Февраль 2023, 06:42

Доға тураһында сәхифә

- Миңә мөрәжәғәт итеүселәр бармы? Мин уларға яуап бирәсәкмен, - ти Аллаһ. - Гонаһтарын ярлыҡауымды һорап тәүбә итеүселәр бармы? Тәүбәләрен ҡабул итәм», - тип өндәшеп торор, ти. Уның был мөрәжәғәте таң атҡансы дауам итер, тигән. Аллаһтың ҡабул итеүенә бер шик тә булмаған доғалар өсәү: мәхрүм ҡалғандар, сәфәрҙә йөрөгәндәр,  аталарҙың улдары өсөн ҡылған доғалары.   

Доға тураһында сәхифәДоға тураһында сәхифә
Доға тураһында сәхифә

- Миңә мөрәжәғәт итеүселәр бармы? Мин уларға яуап бирәсәкмен, - ти Аллаһ. - Гонаһтарын ярлыҡауымды һорап тәүбә итеүселәр бармы? Тәүбәләрен ҡабул итәм», - тип өндәшеп торор, ти.

Уның был мөрәжәғәте таң атҡансы дауам итер, тигән. Аллаһтың ҡабул итеүенә бер шик тә булмаған доғалар өсәү: мәхрүм ҡалғандар, сәфәрҙә йөрөгәндәр,  аталарҙың улдары өсөн ҡылған доғалары. 

«Доғаларҙың ҡабул булыуына ышанып доға ҡылығыҙ, - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. - Белегеҙ: башҡа эштәрҙән буш булмаған күңелдән сыҡҡан доға  Аллаһуға барып етмәй». 

Доғаларҙы ҡылыу тәртибен дә белергә тейеш мөьмин-мосолман. Доға ҡылған кешеләр тәүҙә уны Аллаһуҙы маҡтау-ололауҙар менән башлаһын, унан  пәйғәмбәргә Аллаһтың рәхмәт-бәрәкәттәрен теләһен, шунан һуң ғына һорарға теләгәнен һораһын. 

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек доғаларҙан айырылмаған, был доғалар бәрәкәте балаларға күсеп, быуындан быуынға дауам итеп килә. Ололарҙың доғала булыуы - ололарҙың бәҫен арттыра, йәштәрҙең доғаларға хөрмәт менән ҡарауы - йәшлеккә гүзәллек өҫтәй, халыҡтың доғала булыуы - илдең бәрәкәтен ишәйтә.
* * *
Ибраһимдан, ғәләйһис-сәләм, ҡылған доға. 

«Әй, беҙҙең Раббыбыҙ! Үҙемде, ата-әсәмде һәм барса мөьминдәрҙе ярлыҡа. Ҡиәмәт көнөндә хурлыҡҡа төшөрә күрмә». 

«Ибраһим» сүрәһе, 41-се аят 

Сығанаҡ: "Башҡортса дини календарь" 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас