Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
20 Ғинуар 2023, 11:50

Хәҙис Шәриф

Насар ауырыуҙар бөгөн бәләгә әйләнеп бара, Аллаһ ярҙамына өмөт итеп унан ҡотолорға теләүселәр күп түгел. Пәйғәмбәрҙең, ғәләй-һис-сәләм, бәлки;  «Аллаһы Тәғәлә ошо динде боҙоҡ кешеләр менән дә ҡеүәтләр», тигән һүҙҙәре лә дөрөҫләнеп киләлер. Боҙоҡ кешеләр бит ул боҙоҡлоҡ ҡына түгел, ғибрәт тә тарата.  Ҡабатлап торабыҙ: «Ике төрлө ниғмәттең ҡәҙерен белмәй бик күп кешеләр алдана: береһе - тән сәләмәтлеге, икенсеһе - эштән арып туҡтағанда күңел тыныслығы».  

Хәҙис Шәриф
Хәҙис Шәриф

Хәҙис Шәриф 

«Аллаһы Тәғәләнән ысын оялыу менән оялығыҙ, сөнки Ул әхлаҡтарығыҙҙы һеҙгә нисек итеп бүлеп биргән булһа, ризыҡтарығыҙҙы ла шулай бүлгән. 

Күреп торабыҙ: оялыуҙан өлөш алмаған, ояттан мәхрүм ҡалған кешене юлға төшөрөү ауыр. Уның юлдан яҙҙырыусыһы - нәфсе менән шайтан, батҡаҡтан сығыу сараһы - һалам. Батҡаҡтан сығырға ынтылып ҡараһа ла, төпкә төшөүен генә дауам итә. Күтерлек тарта. Аллаһы Тәғәләнән алыҫлашып ул хурлыҡҡа  төшә, ауырыуҙарға һабыша. 

- Әй Раббым! - тип доға ҡылыр булған пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, - ала тәнлелектән, йәғни махау ауырыуынан, аҡылдан яҙыуҙарҙан, меҫкенлеккә төшөү  бәләләренән, шулай уҡ һәр төрлө насар ауырыуҙарҙан үҙеңә һыйынам». 

Насар ауырыуҙар бөгөн бәләгә әйләнеп бара, Аллаһ ярҙамына өмөт итеп унан ҡотолорға теләүселәр күп түгел. Пәйғәмбәрҙең, ғәләй-һис-сәләм, бәлки; 

«Аллаһы Тәғәлә ошо динде боҙоҡ кешеләр менән дә ҡеүәтләр», тигән һүҙҙәре лә дөрөҫләнеп киләлер. Боҙоҡ кешеләр бит ул боҙоҡлоҡ ҡына түгел, ғибрәт тә тарата. 

Ҡабатлап торабыҙ: «Ике төрлө ниғмәттең ҡәҙерен белмәй бик күп кешеләр алдана: береһе - тән сәләмәтлеге, икенсеһе - эштән арып туҡтағанда күңел тыныслығы».

Бик ҡыҫҡа, әммә бик мәғәнәле һүҙҙәр. Ысынлап та, сәләмәтлек менән донъя рәхәтен һанға һуҡмаған кеше - малын һатып зыян ғына күргән хөкөмөндә булалыр. 

""Башҡортса дини календарь" китабынан алынды. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: