Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
19 Ғинуар 2023, 11:10

Һүҙ һәм үпкә

Һүҙ арҡаһында кеше үпкә һаҡлай, һүҙ арҡаһында аралар боҙола. Ысынында һүҙ бер нәмә лә түгел ул. Шарҙы өрөп ҡабартһаң ҙур булып күренеп тора бит. Ә эсе буш. Һүҙ ҙә шулай. Ни бары беҙ үҙебеҙ уға артыҡ иғтибар бирәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр асыуын сығарыу өсөн юрамал юҡты һөйләй.

Һинең турала насар һөйләйҙәр икән, мин дә берәйһе тураһында урынһыҙ һөйләнем микән тип уйлан башта. Ундай ғәйебең юҡ икән — борсолма. Ҡиәмәт көнөндә, ғәмәлдәребеҙ мизанға ҡуйылғанда, әҙәм балалары “беҙҙе һөйләүселәр, урынһыҙға кәмһетеүселәр ниңә күберәк булманы икән” тип үкенерҙәр, тиелә изге китапта. Хурлаһындар, һүкһендәр, теләһә нимә әйтһендәр, шул ҡәҙәр һиңә сауабы ҡайта. Гонаһы һине һөйләүселәргә күсә. Беҙҙе һөйләүсе беҙҙе паклай, таҙарта. Ошоно аңлаһа, әҙәм үҙе яратмаған кеше тураһында бөтөнләй насар һүҙ әйтмәҫ ине...
Рәхимә Мусина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: