Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
15 Ғинуар 2023, 10:25

Аят уҡытыу

Әгәр кешеләр йыйылһа һәм уларҙың маҡсаты Аллаһты иҫкә алыу булһа, күктән бер фәрештә иғлан ҡылыр: <Был мәжлестә кемдәр ҡатнаша, уларҙың гонаһтары кисерелеп, уның урынына изге ғәмәлдәр яҙылыр...>

Аят уҡытыу
Аят уҡытыу

Ғәҙәттә, безҙең халыҡ өйгә ҡунаҡ йыйып, вәғәз һөйләтеп,Ҡөрьән уҡытып, доға ҡылдырыуҙы ярата. Раббыбыҙ Аллаһ ҡаршында был ғәмәл бик мәртәбәле һәм сауаплы булып һанала. Беренсенән: өйгә туғандары, яҡындары, дуҫтары, күршеләре килә.

Икенсенән: вәғәҙ һөйләнелә.

Өсөнсөнән: Ҡөрьән уҡыла.

Дүртенсенән: доға ҡылына.

Бишенсенән: кешеләрҙең йөрәктәре берләшеп, дуҫлыҡҡа-татыулыҡҡа ирешеләр.

Алтынсынан: гонаһтар кисерелә.

Етенсенән: сир-ауырыу китә.

Һигеҙенсенән: фәрештәләр төшәләр. Тугыҙынсынан: бәрәкәт инә.

Унынсынан: изге ниәт-теләк ҡабул ителә. Пәйғәмбәребез Мөхәммәд салләллааһү ғаләйһи үә сәлләм: “Саҡырылған ергә бар!” - тип әйтте. Безҙең осрашыуыбызҙың маҡсаты - Раббыбыз Аллаһты искә алыу өсөн. Үҙебеҙгә яҡын булған мәрхүмдәрҙе, уларҙың рухтары шат булһын тиеп, доға ҡылыу һәм иҫәндәргә лә изге теләктә булыу. Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғаләйһиссәләм әйтте: “Әгәр кешеләр йыйылһалар һәм уларҙың маҡсаттары Аллаһты иҫкә алыу булһа, күктән бер фәрештә иғлан ҡылыр: “Был мәҗлестә кемдәр ҡатнаша, уларҙың гонаһтары кисерелеп, уның урынына изге ғәмәлдәр ҡылған шикелле сауабы яҙылыр”. Шулай уҡ был мәжлесте Аллаһ Үҙенең рәхмәте менән уратып ала, бәрәкәт инә, гонаһтар кисерелә, Аллаһ ғорурланып, фәрештәләр алдында ошо йыйында ҡатнашҡан кешеләрҙе исемләп иҫкә ала һәм был урын да башҡа ерҙәр алдында маҡтанылыр.

Ибраһим Шаһимәрҙанов

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: